Медицина ярҙамының сифатын күтәреү маҡсатында Башҡортостанда инфраструктураны яҡшыртыуға, шулай уҡ медицина ойошмалары эсендә ойоштороу процестарын төҙөүгә йүнәлтелгән саралар үткәрелә. Республикала өс кимәлле медицина ярҙамы күрһәтеү системаһы эшләп килә, һәм медицина ярҙамы сифатын күтәреүгә йүнәлтелгән бөтә ғәмәлгә ашырылған саралар һәр кимәлде үҙ эсенә ала. "Һаулыҡ һаҡлауҙың беренсел звеноһын яңыртыу" төбәк программаһы сиктәрендә тормошҡа ашырылған саралар беренсел медицина-санитар ярҙамының сифатын яҡшыртыуҙа мөһим роль уйнаны.
Әйтәйек, 2022 йылда ун һаулыҡ һаҡлау объекты: Саҡмағош ауылында һәм Бөрө ҡалаһында ике поликлиника, һигеҙ фельдшер-акушерлыҡ пункты төҙөлгән һәм сафҡа индерелгән. Иҫке Туймазы ауылында, Илеш районының Дөмәй ауылында табип амбулаторияларын төҙөү тамамланды. Авария хәлендәге 55 фельдшер-акушерлыҡ пункты модулле конструкцияларға алмаштырылды, 18 медицина ойошмаһында капиталь ремонт үткәрелде.
Ошо программаға ярашлы, 2 990 берәмек ҡорамал ҡуйылған, был дәүләт гарантиялары программаһы менән билдәләнгән ваҡытта диагностик тикшереү үткәрергә, пациенттар менән дөрөҫ идара итеү тактикаһын төҙөргә мөмкинлек бирә. Шулай уҡ 2022 йылда 90 берәмек автомобиль алынған. "Һаулыҡ һаҡлау" милли проектының төбәк программалары сиктәрендә: 1) "Йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарына ҡаршы көрәш" проектының 43 берәмек медицина ҡорамалы һатып алынған; 2) "Онкология сирҙәренә ҡаршы көрәш" проекты ҡорамалдарының 68 берәмеге, шул иҫәптән Республика онкология диспансеры өсөн һыҙыҡлы тиҙләткес һәм мультиспираль компьютер томографы алынған; 3) "Һаулыҡ һаҡлауҙа Берҙәм дәүләт мәғлүмәт системаһы нигеҙендә берҙәм һанлы контур булдырыу" программаһы сиктәрендә мәғлүмәт-коммуникация ҡорамалдары һәм программа тәьминәте һатып алынған. Быларҙан тыш, Мотлаҡ медицина страховкалау фондының нормаға һалынған страховка запасы средстволарын файҙаланыу медицина ҡорамалдары һатып алырға, шулай уҡ аҡсаны ауыр ҡорамалдарҙы ремонтлауға йүнәлтергә мөмкинлек бирә. Эске процестарҙы көйләү сараларына килгәндә, республикала һаҡсыл етештереү ҡоралдарын ("Һаҡсыл поликлиника") файҙаланып, "Беренсел медицина-санитар ярҙам күрһәтеүсе медицина ойошмаһының яңы моделе" проектын ғәмәлгә ашырыу дауам итә. 2022 йылда проектты тиражлауҙа 93 медицина ойошмаһы ҡатнашты, уларҙа пациенттарҙың уңайлылығын тәьмин итеүсе эске киңлектәрҙе ойоштороу-планлаштырыу ҡарарҙары бойомға ашырылды.
Республикала Йөрәк-ҡан тамырҙары хәүефенә идара итеү үҙәге булдырылды. Киҫкен ҡан тамырҙары ауырыуҙарынан яфаланған һәр пациент табиптарыбыҙ контролендә, медицина ярҙамының бөтә этаптары теркәлә, ә ниндәйҙер этап булмаған осраҡта, сигнал мәғлүмәте тейешле сараларҙы ваҡытында үткәрергә мөмкинлек бирә. 2022 йылдың 1 ноябренә ашығыс медицина ярҙамының муниципаль-ара бүлексәләрен ойоштороу барышында ашығыс медицина ярҙамының Нефтекама, Октябрьский, Стәрлетамаҡ, Күмертау, Бөрө, Дыуан, Белорет, Сибай ҡалаларында һигеҙ яңы муниципаль-ара бүлексәһе ойошторола. 1 декабрҙән үҙәк - 9-сы муниципаль-ара бүлексә эшләй башланы. Берекмә һөҙөмтәһендә ашығыс, шул иҫәптән махсуслаштырылған ашығыс медицина ярҙамы күрһәткәндә төп индикатив күрһәткестәрҙең яҡшырыуы күҙәтелә.
Ғүмеренә хәүеф янағанда алыҫ райондар халҡына юғары технологиялы һәм квалификациялы ярҙамды ваҡытында күрһәтеү маҡсатында санитар авиация эше ойошторолдо. 2022 йылда ул 200 осош яһаған, 208 пациент эвакуацияланған.
2023 йылдан 2025 йылға тиклем 351 модулле конструкция (286 фельдшер-акушерлыҡ пункты, 21 дөйөм практика табибы офисы, 41 ауыл табип амбулаторияһы һәм өс участка дауаханаһы); Дыуан районының Мәсәғүт ауылында сменаһына 200 кеше ҡабул итерлек балалар поликлиникаһы төҙөү һәм яңыртыу (реабилитациялау бүлеге), ашығыс медицина ярҙамы күрһәтеү станцияһында поликлиника төҙөү (2-се дауахана), Баймаҡ ҡалаһында, Мәсетле районы Оло Ыҡтамаҡ ауылында ашығыс ярҙам станцияһы менән 63 койкалыҡ (2-се сират) дауахана (стационар корпус) төҙөү һәм Ағиҙел ауылының поликлиникаһын яңыртыу, 17 медицина ойошмаһында капиталь ремонт үткәреү планлаштырыла.
Был эштәрҙең барыһы ла төбәк халҡына сифатлы, уңайлы медицина ярҙамы күрһәтеү маҡсатында башҡарыла.
Фото: Хәйбула районы хакимиәте сайты.