Метаболизм йәғни матдәләр алмашыныу ҡартайыу барышында ҙур роль уйнай, тигән һығымтаға килгән Берлин ғалимдары. Әгәр күҙәнәктәр башҡа күҙәнәктәрҙең айырым алмашыу продукттары менән алмашһа, улар оҙағыраҡ йәшәй. Cell журналында баҫылған мәҡәләлә тикшеренеүҙәр һөҙөмтәһе бирелгән.
Матдәләр алмашыу йәшәү функцияларын һаҡлауҙа ҙур әһәмиәткә эйә. Өҫтәүенә ул күҙәнәктәр үҫешендә һәм тергеҙеүҙә ҡатнаша. Икенсенән, метаболизм барышында күҙәнәктәргә кире тәьҫир итеүсе һәм ҡартайыу барышын тиҙләтеүсе продукттар бүленә. Күршеләш күҙәнәктәр төрлө матдәләр менән даими алмашып тора. Уларҙы метаболиттар тип атайҙар.
“Беҙ күҙәнәктәр метаболиттар менән алмашҡанда күҙәнәктәр ғүмеренең яҡынса 25 процентҡа артыуын иҫбатлай алдыҡ”, – тип билдәләгән тикшереүселәрҙең береһе доктор Клара Коррейя-Мело.
Белгестәр тикшереү барышында ҡайһы метаболиттарҙың ғүмерҙе оҙайтыуға яуап биреүен өйрәнгән. Ғалимдәр йәш күҙәнәктәрҙең бүленеү ваҡытында ҡарт күҙәнәктәрҙе йәшәртеү тәьҫиренә эйә булған айырым аминокислоталар бүлеп сығарыуын асыҡлаған. Барыһынан да элек метионин менән алмашыу күрше күҙәнәктәрҙең ғүмерен оҙайтыуға булыша. Авторҙар әйтеүенсә, был аминокислота бөтә организмдарҙа ла осрай һәм аҡһым етештереүҙә, шулай уҡ күп кенә башҡа процестарҙа ҡатнаша. Эксперттар әйтеүенсә, алынған һөҙөмтәләр оло йәштә йыш осраусы ауырыуҙарҙы, мәҫәлән, диабет, яман шеш, Альцгеймер сирҙәрен, тикшереү өсөн әһәмиәткә эйә.
Фото:Oir-mobi