-18 °С
Болотло
Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, 9 ғинуарға коронавирус инфекцияһы менән сирләгән 135 кеше дауаханала, уларҙың 95-е – 60 йәште үткәндәр. 12 кеше ауыр хәлдә. Өйҙә 1598, шул иҫәптән өлкән йәштәге 476 кеше дауалана.
Башҡортостанда ковидтан 3351122 граждан вакцинация үтте. 983 382 кеше ревакцинацияланды.
Әле урамда – өшөү, туңыу хәүефе янаған сатлама һыуыҡ. Өҫтәүенә, ковид, тағы миҙгел сирҙәре “һағалай”. Үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ, ауырыу билдәләре булһа, табипҡа мөрәжәғәт итегеҙ.
Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.