Рәсәй Хөкүмәте яңы тыуған балаларҙа нәҫелдән һәм тыумыштан килгән ауырыуҙар булыу-булмауын тикшереү өсөн киңәйтелгән неонаталь скрининг программаһын башлай.
Ул 2023 йылдан алып бөтә ил буйынса тормошҡа ашырыласаҡ. Бының өсөн кәрәкле үҙгәрештәр "Һаулыҡ һаҡлауҙы үҫтереү" дәүләт программаһына индерелгән һәм Премьер-министр Михаил Мишустин тарафынан раҫланған.
Атап әйткәндә, дәүләт программаһына төбәктәргә неонаталь скринингтың киңәйтелгән эшмәкәрлегенә субсидия биреү һәм бүлеү ҡағиҙәләре индерелгән. Бындай скрининг стандарт бишәү урынына 36 төркөм ауырыуҙарҙы үҙ эсенә ала. Иртә тикшеренеүҙәр башланғыс стадияла ауыр сирҙәрҙе асыҡларға һәм балаларға кәрәкле ярҙамды тиҙ арала күрһәтергә булышлыҡ ҡыласаҡ.
2023 йылда киңәйтелгән скрининг үткәреү өсөн федераль бюджет 2,3 миллиард һумдан ашыу аҡса бүлеүҙе күҙ уңында тота.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2021 йылда Кулаков үҙәгендә Михаил Мишустин Рәсәй перинаталь үҙәктәре белгестәре ҡатнашлығында осрашыу үткәрҙе. Унда балаларҙың һаулығын һаҡлау, медицина ярҙамын камиллаштырыу өсөн ниҙәр эшләргә кәрәклеге тикшерелде. Шул уҡ ваҡытта яңы тыуған сабыйҙарҙы тикшереүҙе киңәйтеү һәм уны илдең барлыҡ төбәктәрендә үткәреү тураһында ҡарар ҡабул ителде. Һөҙөмтәлә яңы "Киңәйтелгән неонаталь скринингты тәьмин итеү" федераль проекты раҫланып, тейешле финанслау бүленде.
Документтың тулы тексты менән ошо һылтанма аша инеп танышырға мөмкин: http://government.ru/docs/47189/
Фото: vologda-oblast.ru