Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
10 Ғинуар 2023, 13:15

Медицина хеҙмәткәрҙәре ял итмәне

Ашығыс медицина ярҙамы хеҙмәтенә 40992 мөрәжәғәт килгән, поликлиникаларҙа табиптар һәм фельдшерҙар 5230 мөрәжәғәтте хеҙмәтләндергән, 31379 мөрәжәғәт буйынса табиптар өйгә барған.

Медицина хеҙмәткәрҙәре ял итмәне
Медицина хеҙмәткәрҙәре ял итмәне

Яңы йыл каникулы осоронда Башҡортостанда медицина ойошмалары эшмәкәрлеген туҡтатмаған. Был турала Хөкүмәттең аҙналыҡ кәңәшмәһендә республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин һөйләне.

Ашығыс медицина ярҙамы хеҙмәтенә 40992 мөрәжәғәт килгән, поликлиникаларҙа табиптар һәм фельдшерҙар 5230 мөрәжәғәтте хеҙмәтләндергән, 31379 мөрәжәғәт буйынса табиптар өйгә барған.

– Мөрәжәғәттәрҙең иң күбе 2023 йылдың 1, 2 һәм 3 ғинуарына тура килгән. Быға юғары тән температураһы һәм хроник ауырыуҙарҙың киҫкенләшеүе сәбәпсе булды. 10 меңдән ашыу медицина хеҙмәткәре стационарҙарҙың тәүлек әйләнәһенә эшләүен, ашығыс һәм кисектергеһеҙ ярҙам, поликлиникаларҙа амбулатор ярҙам күрһәтеүҙе тәьмин итеү өсөн байрамда эшкә сыҡты. Каникулда терапевтар, педиатрҙар, тар белгеслек табиптары ҡабул итте. Беҙҙең поликлиникаларҙа табиптар, педиатрҙар 50 меңгә яҡын пациентты тикшерҙе. Стоматологтар өс меңгә яҡын кешене ҡараған, – тине Айрат Рәхмәтуллин.

Башҡортостанда 2023 йылдың 2 ғинуарынан республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығының колл-үҙәге эшләгән. Белгестәр халыҡтан 32 меңдән ашыу шылтыратыу ҡабул иткән. Айрат Рәхмәтуллин билдәләүенсә, Яңы йыл байрамында тәүге тапҡыр өлкән йәштәге кешеләр төркөмөн диспансерлаштырыу һәм профилактик тикшереүҙәр ойошторолған. Ошо ваҡыт эсендә 11 меңдән ашыу кеше ҡаралған. Коронавирус инфекцияһынан вакцинация дауам иткән. Ошо ваҡыт эсендә 5802 кеше вакцинация һәм ревакцинация үткән.

– Шулай уҡ 2-6 ғинуарҙа республиканың өс районында Ғ. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһының күсмә дауалау-диагностика комплексының эше ойошторолдо. Табиптар Ауырғазы, Стәрлебаш һәм Ишембай райондарына сыҡты. Ревматолог, невролог, эндокринолог, оториноларингологтан торған бригада республика халҡына констультатив ярҙам күрһәтте. Бөтәһе 434 пациент ҡаралған, уларҙың туғыҙы стационар дауаланыуға ебәрелгән, – тине Айрат Рәхмәтуллин.

Фото: ресбольница.рф 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: