Бер уйлаһаң, һәммәбеҙҙең дә күңел сөңгөлө үҙе бер китап яҙырлыҡ. Ниндәй ваҡиғалар ғына һаҡланмай унда: яҡшылары ла, күңелде төшөргәндәре лә. Ғөмүмән, һәр кемдең тормошона яҡты биҙәктәр өҫтәгән, тормош йәмен, йәшәү бәхетен бүләк иткән кешеләр бихисап. Һуңғылары иһә барыбер күберәк. Ундайҙар араһында медицина хеҙмәткәрҙәре лә бар. Ғәҙәттә, саҡ ҡына ауырыһаҡ та уларға йүгерә һалабыҙ, һыҙланыуҙар йөҙәтһә лә табиптарға мөрәжәғәт итәбеҙ, йәрәхәтләнеүгә дусар булһаҡ та ярҙамдарына мохтажбыҙ...
Бала саҡ хыялын тормошҡа ашырып...
Өфөләге 21-се клиник дауахананың травматология бүлексәһе мөдире, Башҡортостандың атҡаҙанған табибы Әхтәм Фәйзуллин әле лә йәшлек хыялы булған һөнәренә тоғро – быйыл уны һайлауына 40 йыл тулған. Тыуған ил алдындағы мөҡәддәс бурысын үтәгән, әрме сафында взвод командиры урынбаҫары, хәрби подразделениеның комсомол ойошмаһы секретары булған егет заманында хатта “Совет Армияһы отличнигы” билдәһе менән дә бүләкләнгән. Был иһә Көйөргәҙе егетенең маҡсатлылығы, яуаплылығы, сәмселлеге, тырышлығы, хатта фиҙакәрлеге тураһында һөйләй.
Тырышҡан – маҡсатына өлгәшкән, тип тиккә генә әйтмәйҙәр. Тимерҙе ҡыҙыуында һуҡ, тип тә һөйләйҙәр. Быларҙың барыһы ла Әхтәм Әнәс улы тураһында кеүек. Юҡҡамы ни ул әрме хеҙмәтенән ҡайтып барышлай уҡ баш ҡалалағы Башҡорт дәүләт медицина институтына документтарын тапшыра һәм, күп тә үтмәй, әҙерлек бүлеге тыңлаусыһы итеп алына. Артабан инде төрлө йәмәғәт эштәрен – студент комитеты рәйесе, уҡыу йортоноң профком ойошмаһы рәйесе һәм башҡа йәмәғәт эштәрен бик ихлас атҡара. Был сифаты уны 21-се дауаханаға эшкә килгәс тә “эҙәрлекләй” – баш табиптың гражданлыҡ оборонаһы буйынса урынбаҫары була.
– Юғары уҡыу йортон тамамлау менән арҙаҡлы хирург, профессор Наил Ғәйнәт улы Ғатауллин кафедраһында интернатура үтеү бәхете тейҙе һәм 1983 йылда Өфөлә яңы ғына асылған 21-се дауаханала табип-травматолог булып хеҙмәт юлын башланым, әлегәсә ошонда эшләүемде дауам итәм, – тип белдерҙе Әхтәм Фәйзуллин, үткән тарих сөңгөлдәрен барлап.
Табип үҙенең остаздары Венер Сәхәүетдинов, Мәхәмәт Алсынбаев, Ринат Хәсәновтар кеүек республикабыҙ медицинаһы тарихында оло эҙ ҡалдырған шәхестәрҙе ҙур ихтирам менән телгә ала. Тағы шуныһы иғтибарға лайыҡ: табип, уҡыу, йәмәғәт эштәре менән бер рәттән, фән менән шөғөлләнергә лә ваҡыт таба ул. Хәҙер – медицина фәндәре кандидаты. Өҫтәүенә, әллә күпме тәҡдим, ике уйлап табыу авторы ла Әхтәм Фәйзуллин.
Был һөнәр фиҙакәрлек талап итә
Һәр хеҙмәт эйәһенә хас төрлө нескәлектәр, ҡатмарлыҡтар һәм хатта ауырлыҡтар бар. Травматология бүлексәһендә эшләү иһә яуаплылыҡ, тырышлыҡ, фиҙакәрлек, сыҙамлылыҡ талап итә һәм хатта ҡайһы саҡ сәғәттәр буйы аяғөҫтө әмәлиәттәр атҡарырға тура килә. Беҙ барған көндә лә Әхтәм Әнәс улы хеҙмәттәштәре менән Благовещендан бер пациентҡа операция эшләгәйне.
– Был кеше ваҡытында беҙгә мөрәжәғәт итһә, яһалма быуын ҡуйырға ла тура килмәҫ ине. Тик, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул беҙгә ай ярым ваҡыт үткәс кенә килде, – тип әсенеп һөйләне Әхтәм Әнәс улы. – Йәрәхәтләнгәс, ярҙам һорап быуын ултыртыусыға барған. Был осраҡта табипҡа мөрәжәғәт итергә кәрәк. Аңлайым, минең өләсәйем дә заманында бик билдәле быуын ултыртыусы, халыҡ дауалаусыһы ине, ҡартайғансы уға ярҙам һорап килделәр. Был ул осор өсөн хас күренеш булды, ә хәҙер медицина бик көслө.
Заман башҡа – заң башҡа, тигәндәй, 2001 йылдан алып травматология бүлексәһенә Әхтәм Фәйзуллин етәкселек иткән осор республикалағы травматология хеҙмәтенең үҫеш, үҙгәреш дәүере тип билдәләнә. Был ваҡытта ошондай бүлексәләрҙә дауалауҙың оператив ысулының юғары технологиялары файҙаланыла башлай. Аяҡ-ҡулдары йәрәхәтләнгәндәргә – заманса пластиналар, янбаш һөйәктәре һынғандарға үҙәкле остеосинтез ҡуйыу һәм башҡа ысулдар ҡулланыла.
– Бүлексәбеҙҙә башҡарған һәр эш кешенең сәләмәтлеген нығытыуға йүнәлтелгән. Тап ошо маҡсатта дауахана хәҙерге технологиялар менән тәьмин ителгән: эндоскопик ҡорамалдар, һанлы флюорограф, компьютер томографтары һәм башҡалар дөрөҫ диагноз ҡуйыуҙа ҙур ярҙам итә, – ти бүлексә етәксеһе Әхтәм Фәйзуллин. – Беҙҙә үҙ эшенең оҫталары тупланған. Уларҙың һәр береһе, йәш йәки өлкән йәштә булыуына ҡарамаҫтан, үҙ бурыстарын теүәл атҡара. Уңыш нигеҙе лә тап ошонда.
Донъялағы барлыҡ технологиялар ҡулланыла
Бөгөн бүлексәлә юғары һәм беренсе категориялы 16 табип эшләй. Улар араһында дүрт медицина фәндәре кандидаты бар. Иң өлкән, тәжрибәле табиптарҙан Виктор Пугачевтың хеҙмәт тәжрибәһе күптәргә өлгө булырлыҡ.
Бүлексәлә донъя кимәлендәге барлыҡ юғары технологиялы ысулдар файҙаланыла икән, быға, әлбиттә, Әхтәм Фәйзуллиндың тынғыһыҙ булмышы, һәр эште аҙағына тиклем еткереүе, ҡатмарлыҡтар алдында туҡталып ҡалмауы, тәүәккәллеге булышлыҡ иткән. Бының өсөн бүлексә мөдире ваҡытында тәжрибә туплау маҡсатында сит илгә барып уҡып ҡайтҡан. Һөҙөмтәлә бөгөн 21-се дауахананың травматология бүлексәһе – төбәктәге беренсе кимәлдәге травматология үҙәге. Хәҙер бында йылына меңдән ашыу операция яһала. Араларында ҙур оҫталыҡ һәм профессионаллек талап иткән үтә ҡатмарлылары ла осрай. Һөҙөмтәлә әллә күпме йәрәхәтләнгән кешегә тулы ҡанлы тормош алып барыу бәхете бүләк ителә.
– Күп ауырыуға юл-транспорт фажиғәһе сәбәпсе. Әлбиттә, ҡулдан килгәндең барыһын да эшләргә тырышабыҙ. Был осраҡта бүлектең ҡаҙаныштарын айырым бер табипҡа ғына ҡайтарып ҡалдырыу мөмкин түгел. Һәр ауырыу комплекслы дауалана. Уның менән урта һәм кесе медицина хеҙмәткәрҙәре лә эшләй, – ти бүлексә мөдире.
Әйткәндәй, йәрәхәтләнгән ваҡыттағы операциялар күп осраҡта металдан эшләнгән конструкциялар ярҙамында башҡарыла. Бында Ҡурғандың Илизаров үҙәге, илдең башҡа махсуслаштырылған фәнни-тикшеренеү институттары менән тығыҙ бәйләнеш һәм хеҙмәттәшлек булдырыуҙың әһәмиәте ҙур.
15 йыл элек Әхтәм Әнәс улына “Өфө ҡалаһының иң яҡшы хирургы” тигән мәртәбәле исем бирелгәйне. Ошондай уҡ олуғ дәрәжәгә оҫта травматологтың үҙе менән бергә эшләгән улы Аяз Әхтәм улы ла лайыҡ булды. Был уның һәм тормошонда төрлө ауырлыҡтарҙы бергә үткәргән, эргәһендә ныҡлы теряк-таянысы булған ҡатыны Диана Батыр ҡыҙының да өлөшө баһалап бөткөһөҙҙөр. Ҡасандыр медицина институтын тамамлаған ике белгес, һоҡланғыс ғаилә ҡороп, яратҡан эше буйынса дан-шөһрәткә ҡаҙанып йәшәй.
– Биш йәшенән улым табип булыу тураһында һөйләй ине. Хатта атайымдың да, ейәненең был маҡсатының бойомға ашыуын күргәс, “Барыбер үҙенекенә өлгәште бит”, тип әйткәне әлегеләй хәтерҙә, – ти, йылмайып, Әхтәм Әнәс улы.
Уның ҡатыны Диана Батыр ҡыҙы ла – медицина фәндәре кандидаты, шәп стоматолог. Ҡыҙҙары Гүзәл дә ата-әсәһе юлын һайлаған. Ул да – медицина фәндәре кандидаты.
...Ғүмерен кешеләр һаулығына арнаған талантлы табип ҡырҡ йылға яҡын инде Гиппократ антына тоғро хеҙмәт итә. Ул, әле эшләгән дауаханаға беренсе йыл эш башлаған кеүек, ғәҙәттәгесә таңдан килә һәм иртәнге эш кәңәшмәһенә тиклем һәр пациентының хәлен белергә өлгөрә. Уның өсөн кешелеклелек, миһырбанлыҡ, етеҙлек һәм эшеңә төплө ҡарау һыҙаттары хас. Бер ҡасан да күп һөйләргә яратмай, уй-фекерҙәрен, кәңәштәрен аныҡ ҡына әйтә лә, ваҡытты әрәм итмәй, үҙен көткән башҡа пациенттар эргәһенә йүгерә. Ысынлап та, йүгерә, кем Әхтәм Әнәс улын яҡшы белә һәм уның менән эшләй, уның ошо ғәҙәтенә, дөрөҫөрәге, етеҙлегенә күнегеп бөткән. Быға уның көн дә спорт менән шөғөлләнергә тырышыуы ла булышлыҡ итмәй ҡалмайҙыр. Йәш сағынан ул шулай маҡсаттар ҡуйырға, уларҙы бойомға ашырыу өсөн фиҙакәр хеҙмәт итергә өйрәнгән. Тап ошо сифаттары өсөн ул хеҙмәттәштәренең дә, пациенттарының да ҡәҙер-хөрмәтен яулаған.
Айһылыу НИЗАМОВА
Өфө ҡалаһы.