Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
11 Ғинуар 2023, 16:40

Барыһы ла ғүмер оҙайлығын арттырыуға йүнәлтелә

Дауалау учреждениеларын медицина кадрҙары менән тәьмин итеү һәм нығытыу эше дауам ителәсәк.

Барыһы ла ғүмер оҙайлығын арттырыуға йүнәлтелә
Барыһы ла ғүмер оҙайлығын арттырыуға йүнәлтелә

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров етәкселегендә үткән Хөкүмәт ултырышында һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә 2022 йылғы эш һөҙөмтәләре тикшерелде.  Премьер-министр ошо йылдың аҙағына республика халҡының уртаса ғүмер оҙайлығын 72,06 йәшкә еткереү бурысын ҡуйҙы.  Етәксенең әйтеүенсә, былтыр һаулыҡ һаҡлау системаһының бөтә кимәлдәрен нығытыу буйынса эш алып барылды.

– 2022 йылда 10 һаулыҡ һаҡлау объекты  төҙөлдө һәм файҙаланыуға тапшырылды, авария хәлендәге 55 ФАП  модулле конструкцияларға алмаштырылды, 33 медицина учреждениеһында капиталь ремонт тамамланды, - тине Андрей Назаров.– Быйыл Баймаҡта поликлиника, Өфөлә Республика кардиология үҙәгенең хирургия корпусы,  Ғ.Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһы поликлиникаһы, Республика балалар клиник дауаханаһының онкогематология үҙәге төҙөлөшөн тамамлау планлаштырыла.  Шулай уҡ дауалау учреждениеларын медицина кадрҙары менән тәьмин итеү һәм нығытыу эшен дауам итәсәкбеҙ.

- 2022 йылда республикала демографик хәл дөйөм үлемдең кәмеүе менән характерланды,– тине Премьер-министр урынбаҫары– финанс министры  Лира Иғтисамова. – Яҡынса мәғлүмәттәрҙән күренеүенсә, 11 ай эсендә үлем кимәле мең кешегә 11,9 тәшкил итте, был элекке йыл кимәленән 28,3 процентҡа түбәнерәк. Сабыйҙар үлеме күрһәткесе 27,3 процентҡа кәмене.

Хөкүмәт Премьер-министры Һаулыҡ һаҡлау министрлығына милли проекттарҙа билдәләнгән саралар комплексын тормошҡа ашырыуҙы дауам итергә, халыҡтың үлемен кәметеү буйынса тәьҫирле саралар ҡабул итергә, сабыйҙар үлеме һәм хеҙмәткә һәләтле йәштәге үлем осраҡтарын булдырмау өсөн көрәшергә, тармаҡта кадрҙарға ҡытлыҡты бөтөрөргә, халыҡтың медицина ярҙамынан файҙаланыу мөмкинлеген арттырырға  ҡушты.  Был эштәрҙең барыһы ла йыл аҙағында көтөлгән ғүмер оҙайлығы күрһәткесен 72,06 йәшкә еткереүгә йүнәлтелгән.

Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайты.

 

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: