Халыҡ араһында күп төрлө ырым-ышаныуҙар йәшәй. Баш тураһындағылары ла етерлек. Мәҫәлән, ”Баш кейемен өҫтәлгә һалһаң – башың ауырый”, “Баш кейемен ҡулға тотоп болғаһаң – башың сиргә һабышыр”... Ә бына биолог, генетик, клиника психологы Ирина Мальцева әйтеүенсә, баш ауыртыуының гипертония, инсульт, диабет, менингит, яман шеш кеүек етди сирҙәрҙең билдәһе булыуы ла мөмкин.
Ауыртыуҙың баштың ҡайһы ерендә булыуына ҡарап, сәбәбен асыҡларға була, ти табип. Баш өйәнәге менән яфаланғандар йыш ҡына уны “күҙгә энә ҡаҙалғандай” ауырта тип билдәләй йәғни ауыртыуҙың күҙ эргәһендә булыуына ишаралай. Был сир биттең бер өлөшөндә көслө пульс тибеше менән характерлана. Табиптың әйтеүенсә, уның хатта ҡыҙыл шарап эскәндән, сыр, шоколад ашағандан һуң башланыуы ихтимал.
Эксперттың фекеренсә, баштың көслө, пульс тибеше менән барған ауыртыуы йыш ҡына гипертония, ә сатнап, ҡыҫып ауыртыуы стресс ваҡытында күҙәтелә. Ҡаштар, маңлай һәм сикәләр тәңгәлендәге ауыртыуға һыуыҡ тейҙереү сәбәпсе. Хәрәкәтләнгәндә сикәләрҙә һәм елкәлә барлыҡҡа килгән киҫкен ауыртыу, нигеҙҙә, остеохондрозға бәйле.
Белгес әйтеүенсә, баш ауыртыуына”үтеп китер әле”, тип ҡул һелтәп ҡарарға ярамай. Баш ауыртҡан һайын дарыу төймәләре йотоу яҡшылыҡҡа килтермәй, сөнки уның бауырҙы эшлектән сығарыуы мөмкин.
Фото:sunhome.ru