Был Яңы йыл алдынан булған хәлде мөғжизәгә тиңләргә була. Башҡортостанда табиптар йәш әсәне үлемдән ҡотҡарып ҡалған. 21 йәшлек Виктория бәпесен тыуҙырғас, ауыр хәлдә реанимацияға эләгә һәм, әгәр табиптар тырышмаһа һәм үҙе ныҡ итеп сабыйы өсөн йәшәргә теләмәһә, бөгөн яҡты донъяла булмаҫ ине.
“Барыһы ла ябай ғына тымау тейеүҙән башланды. Йөклөлөктөң 37-се аҙнаһы ине, ошоға тиклем һаулыҡ менән бер проблема ла булманы. 6 декабрҙә үҙемде насар тоя башланым. Тән температураһы күтәрелде, башым һәм тамағым ауыртты. Терапевт ОРВИ диагнозы ҡуйҙы, дауаханаға ятыуҙан баш тарттым һәм табип тикшереүе аҫтында дауалана башланым. Өс көндән хәлем ҡапыл насарланды, тулғаҡ тота башланы, мине ашығыс рәүештә Республика клиник перинаталь үҙәгенә йүнәлттеләр”, – тип һөйләгән ҡатын “Башинформ” агентлығына.
Бында табиптар уның бауыр сирен асыҡлаған, шулай уҡ бәпескә лә һауа етмәй башлаған. Шуға күрә улар тиҙ арала операция яһап, сабыйҙы тыуҙырырға ҡарар итә. Ваҡытында эшләнгән операция ярҙамында 2490 грамлыҡ малай донъяға килә.
“Бала тыуғас та мине реанимацияға күсерҙеләр. Ул саҡта аңымда һәм үҙем түгел, ә сабыйым өсөн ҡайғыра инем. Аҙаҡ инде бер нимә лә хәтерләмәйем. Табиптар әйтеүенсә, бауырым бөтөнләй эшлектән сыға. Ашығыс рәүештә Мәскәү табиптары менән телемедицина консультацияһы үткәрелә, мине илдең баш ҡалаһына бауырҙы күсереп ултыртыу өсөн алып барырға әҙерләй башлайҙар. Әммә 12 декабрҙә хәлем бөтөнләй насарая, тын ала алмай башлағас, мине үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тотоштыралар. Мәскәүгә күсереү мөмкин булмай”, – ти Виктория.
Дүрт көн дауамында йәш әсәнең ғүмере ҡыл өҫтөндә генә тора. Табиптар бер ниндәй ҙә вәғәҙә бирмәй һәм Викторияның ире менән ата-әсәһен иң ҡурҡыныс хәлгә әҙерләй башлай. Шул уҡ ваҡытта табиптар бригадаһы уның ғүмерен ҡотҡарыу өсөн барыһын да эшләй. Бер тапҡыр ҙа сабыйын күрмәгән йәш әсә лә бар көсөнә йәшәргә тырыша.
“Нимә булғандыр, белмәйем, әллә төш, әллә галлюцинация. Ҙур аҡ ҡаҙыҡ барлыҡҡа килде, аҙаҡ ул ҡараға әйләнде. Ҡурҡыуымды һәм илауымды иҫләйем. Табиптың “һин бирешергә тейеш түгелһең” тигән һүҙҙәрен иҫләйем. Икенсе бер тауыш иремдеке ине, баҡһаң, уны бер мәлгә генә яныма индергәндәр. Шул саҡтан һуң аңыма килә башланым, күҙемде астым. Ул миңә улыбыҙҙың һүрәттәрен күрһәтте. Тиҙерәк аяҡҡа баҫҡым, улымды күргем килде. Ғәжәп, ошонан һуң мин тиҙ арала шәбәйә башланым. Шулай ҙа яңынан атларға, һөйләшергә, ҡалыҡ тоторға өйрәнергә тура килде. Мине ҡотҡарған табиптарға ҙур рәхмәт. Бөтәһе лә белеп торһон: беҙҙең табиптар иң яҡшылары”, – ти ул.
Бер аҙнанан, 20 декабрҙә Викторияны реанимациянан улы янына ябай палата күсерәләр, ә Яңы йыл алдынан бәхетле атай уларҙы өйҙәренә алып ҡайта. Ул ни өсөн бауыры менән шундай ҙур проблема килеп сығыуын белмәй, анализдары һәр саҡ нормала була. Бәлки, тән температураһын төшөрөр өсөн эскән дарыу ғәйепле булғандыр, тип тә уйлай. Иң мөһиме - бөгөн ул өйҙә һәм үҙе бәпесен үҫтерә.
Фото: orbsteppe.ru