Сәләмәт булайыҡ
12 Ғинуар 2023, 11:00

“Кракен” килә, тиҙәр...

Уның тиҙҙән Европаны ла яулап алыуы ихтимал.

“Кракен” килә, тиҙәр...“Кракен” килә, тиҙәр...
“Кракен” килә, тиҙәр...

Республикала коронавирус инфекцияһын йоҡторғандар һаны артыуын дауам итә. Һуңғы тәүлектә 115 кешенең сирҙе эләктереүе билдәле. Стационарҙарҙа  – 155,  амбулатор шарттарҙа 1367 ауырыу дауалана, тип хәбәр итә Һаулыҡ һаҡлау министрлығы. Тәүлек эсендә 194 пациент һауыҡҡан, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, дүрт кеше вафат булған.

“Роспотребнадзор” әле АҠШ-та киң таралыусы коронавирустың “кракен” штамы тураһындағы һорауҙарға тулы яуап биргән.  Белеүебеҙсә, йыл башында был штамдың Рәсәйҙә теркәлмәүе тураһында хәбәр булды. Бөгөн илдә “омикрон-стелс” һәм Көньяҡ Африка штамдарының нығыраҡ таралыуы билдәле. Белгестәр әйтеүенсә, “кракен”дың тиҙҙән Европаны яулауы ихтимал.

Ведомство хеҙмәткәрҙәре яңы штамдың ныҡ йоғошло булыуы һәм тиҙ таралыуы тураһында иҫкәртә.  Әммә уны башҡа штамдарға ҡарағанда ауырыраҡ үтә тип әйтеп булмай, үлем күрһәткестәре лә  юғары түгел. Яңы штамм башҡа киҫкен респиратор вируслы инфекциялар кеүек һауа-тын алыу юлы аша йоға. Һәр ваҡыттағыса балалар, өлкән йәштәгеләр, хроник сирлеләр хәүеф төркөмөндә.

Рәсәйгә “кракен”дың үтеп инеүе ихтимал, сөнки ил сиктәре асыҡ, самолеттар оса, кешеләр әүҙем аралаша һәм вирустар менән “алмаша”. Яңы штамдан нисек һаҡланырға?

Хәҙерге ваҡытта һәр кемдең тиерлек коронавирусҡа ҡарата айырым иммунитеты бар. Шуға күрә “Роспотребнадзор” яңы штамдарҙан ҡурҡмаҫҡа, әммә шәхси һаҡланыу сараларын күҙәтергә саҡыра.  

Әлегә “кракен” 25 илдә асыҡланған, ул әүҙем таралыуын дауам итә.  Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы илдәр буйлап инфекцияның таралыу ихтималлығын йәшермәй, улар әйтеүенсә, был яңы ҙур үлем тулҡынын тыуҙырмаясаҡ.

Фото: ren.tv

 

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас