Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
13 Ғинуар , 16:30

Мейестә бешкән "әпәкәй"

Мейестә күпереп бешкән хуш еҫле ҡомалаҡ икмәген һеҙ ҙә яратаһығыҙмы? 

Мейестә бешкән "әпәкәй"
Мейестә бешкән "әпәкәй"

Баймаҡ районының Беренсе Этҡол ауылында йәшәгән Көнһылыу Азаматова һеҙҙең өсөн ҡомалаҡ әсеткеһенән күпереп торған икмәк бешерергә өйрәтә.

"Көҙ көнө ҡомалаҡ бешкәс, ҡомалаҡ йыйып алабыҙ. Йыйған ҡомалаҡ бик күпкә етә. Ҡомалаҡты ҡайнатып, сүпрә эшләйем. 1,5 һыуға ике-өс ус ҡомалаҡ һалып ҡайнатам. Ҡайнап сыҡҡан һыуҙы, кәстрүлгә һөҙөп алабыҙ ҙа, өҫтөнә он һалып болғайбыҙ, ҡуйы масса килеп сыға. Шунан ултыртып, әҙерәк һыуытып алырға кәрәк. Артабан алдан әҙерләп ҡуйған өс ҡалаҡ сүпрә һалып болғап, йылыраҡ урынға ултыртып ҡуям. Мин сүпрәне гел генә кис эшләйем, иртәнгегә әҙер була. Әҙер сүпрәне банкаға һалып һыуытҡыста тотам, бик күпкә етә. Бына ҡомалаҡ сүпрәһе әҙер. 

Артабан икмәкте нисек баҫып бешереү серенә килгәндә, йәтеш табаҡҡа ике литр йылымыс һыу һалып, өҫтөнә ныҡ ҡуйы итмәй он һалып болғайбыҙ, шунан тоҙ, ике ҡалаҡ ҡомалаҡ сүпрәһе һалып, он һалып, ҡамырҙы ныҡ ҡаты итмәй баҫып ултыртабыҙ. Табакты йылы итеп төрөп ултыртам. Ҡамыр матур ғына ҡалҡа, кире баҫам, икенсегә ҡалҡҡанда, мейескә ут яғам, уттың яртыһы янғас, табаға яһап ултыртам. Ут бөткәнсә өсөнсөгә ҡалҡа, был ваҡытта мейес тә әҙер була, икмәкте ултыртам, ярты сәғәт үткәс, әйләндереп ултыртам, бер сәғәттә икмәк бешеп сыға", -ти оҫта ханым.

Әйткәндәй, ҡомалаҡ икмәгенә ауылда ла заказ биреүселәр күп. Сөнки ул файҙалы ла, оҙаҡ һаҡлана һәм мейестә бешкәс, тәмле лә була!

Ә һеҙҙең яҡта ҡомалаҡ икмәген нисек бешерәләр? Әйҙәгеҙ, һеҙҙә үҙ серҙәрегеҙ менән уртаҡлашығыҙ әле.

Фото: Көнһылыу Азаматова.

Мейестә бешкән "әпәкәй"
Мейестә бешкән "әпәкәй"
Мейестә бешкән "әпәкәй"
Мейестә бешкән "әпәкәй"
Мейестә бешкән "әпәкәй"
Автор:Карима Усманова
Читайте нас в