Һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин социаль селтәрҙә әсәнең һәм сабыйҙың ғүмерен һаҡлап ҡалыуға өлгәшкән табиптар менән ғорурланыуын белдергән.”Беҙҙең табиптар ҡан тамырҙары сиренә дусар пациентты ҡотҡарҙы һәм сабыйына донъяға килергә ярҙам итте!”– тип яҙа етәксе.
Нефтекама ҡала дауаханаһында ауырлы ҡатында патология булыуын асыҡлайҙар һәм иҫәпкә ҡуялар, КАС регистрына ( үтә киҫкен акушерлыҡ торошо регистрына ) индерәләр. Был осорҙа табиптар Ғ. Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауахана белгестәре менән бәйләнештә була, В.И.Кулаков исемендәге Милли медицина тикшереү үҙәге менән телемедицина консультациялары үткәрелә. Консилиум Нефтекама дауаханаһына республика дауаханаһының белгестәр бригадаһын ебәрергә ҡарар итә.
Күмәк көс менән ҡатынға тромбтарҙы эләктереүсе кава-фильтр имплантацияһын үткәрәләр, ҡатмарлы, әммә аҙ тишемле операция –тромбэктомия яһала. Ашығыс рәүештә кесар киҫелеше әмәлиәтен башҡаралар. Һау-сәләмәт сабый донъяға килә. Аҙаҡ пациентты артабан дауалау өсөн санитар авиация ярҙамында Өфөгә алып киләләр һәм рентген- хирургия ысулдары менән дауалау бүлексәһе белгестәре кава-фильтрҙы алып ташлай. Әле ҡатынды консерватив терапия ысулы менән дауалайҙар. Оҙаҡламай ул сабыйы янына ҡайтасаҡ.
Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.