18 ғинуарҙан аҙна һайын Башҡортостанда райондарға һәм ҡалаларға сығып республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы күрһәткән социаль ярҙам саралары буйынса консультациялар үткәреү башлана.
"Был тәжрибәне былтыр йыл башында башлағайныҡ, ул ваҡытта Республика халыҡҡа социаль ярҙам үҙәге айына бер тапҡыр консультациялар ойошторҙо, - тип хәбәр итте республиканың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова. – Быйыл аҙна һайын социаль ярҙам күрһәтеү саралары буйынса граждандарға кәңәштәр бирергә ҡарар иттек. Бынан тыш, былтыр төбәктәге 18 муниципаль берәмектәге 19 Күп функциялы үҙәктә үткәрелһә, быйыл ошондай үҙәктәрҙең барыһын да эшкә йәлеп итмәксебеҙ".
Башҡортостандың Күп функциялы үҙәге директоры Наталья Куприянова белдереүенсә, бындай саралар йыл әйләнәһенә барлыҡ санитар-эпидемиология талаптарын үтәп ойоштороласаҡ.
Беренсе консультация 18 ғинуарҙа түбәндәге адрес буйынса Күп функциялы үҙәктәрҙә була:
— Өфө ҡалаһы, Менделеев урамы, 205 А;
— Учалы ҡалаһы, Карл Маркс урамы, 1;
— Йылайыр ауылы, Ленин урамы, 68;
— Кушнаренко ауылы, Баҡса урамы, 19;
— Николо-Березовка ауылы, Төҙөүселәр урамы, 33;
— Иглин ауылы, Горький урамы, 6;
— Күмертау ҡалаһы, Ғафури урамы, 35;
— Салауат ҡалаһы, Ленин урамы, 11;
— Йәрмәкәй ауылы, Совет урамы, 59;
— Талбазы ауылы, Ленин урамы, 113;
— Октябрьский ҡалаһы, Кортунов урамы, 15;
— Үрге Ҡыйғы ауылы, Совет урамы, 14.
Урындарға сығып үткәргән консультациялар һәр шаршамбы иртәнге сәғәт 10-дан төшкө 1-гә тиклем була.
Фото: pravitelstvorb.ru