Тән температураһын төшөрөргә, тәмәке тартыуҙан ваз кисергә теләһәгеҙ, банан ашағыҙ, тип кәңәш итә белгестәр. Бик күп витаминдарға бай емеш организмдан никотин ҡалдыҡтарын сығарырға, никотинға бәйлелектән ҡотолорға ярҙам итә.
Был көньяҡ емешенең файҙаһы ифрат күп икән, уның калийға бай булыуы, яңы мәғлүмәтте үҙләштереү һәләтен күтәреүе билдәле. Тимәк, имтихандарға әҙерләнгәндә был емеште ашарға кәрәк. Бананды яратыу өсөн 22 сәбәп бар, ти уның файҙаһын яҡшы өйрәнгән табиптар. Бына уларҙың бер нисәһе.
Баҡһаң, банандар депрессия менән көрәшергә, кәйефте күтәрергә ярҙам итә икән, сөнки уларҙа бәхет гормоны – серотонин етештереүсе триптофан матдәһе бар. Ул хатта сабыйҙарҙа ла аллергия реакцияһы тыуҙырмай, өҫтәүенә кальцийҙы организмда тотҡарлай һәм һөйәкте нығыта. Ашҡаҙан-эсәк эшмәкәрлеген көйләү өсөн дә ул файҙалы. Үҙәк көйөүенән яфаланғандарға, ашҡаҙан шешенә, аҙ ҡанлылыҡҡа дусар булғандарға ла (унда тимер күп) белгестәр был емеште ашарға тәҡдим итә. Ҡайһы берәүҙәр уны күнегеүҙәр алдынан ашарға ғәҙәтләнгән, сөнки ул – бик яҡшы энергия сығанағы. Калийға бай булыуы ҡан тамырҙары торошон яҡшырта, инфаркт һәм инсульт хәүефен кәметә. Составында антиоксиданттар һәм аминокислоталар булыуы иммунитетты күтәрә. Тағы бер ҡыҙыҡлы сифаты хаҡында ла әйтеп үтке килә: йәй көнө бөжәктәр тешләүенән, тән ҡысыуынан йонсоһағыҙ, банандың ҡабығын эске яғы менән шул урынға бер нисә минутҡа һалып тороғоҙ.
Динә АРЫҪЛАНОВА