Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
13 Ғинуар 2023, 16:13

Төшөрөргәме, юҡмы?

Fb.ru
Фото:Fb.ru

Был һорауға яуаптарҙың төрлөсә булыуы мөмкин. Тәжрибәле педиатрҙар нимә ти? Уларҙың фекеренсә, температура сир ҙә, шулай уҡ ҡурҡыу уятырлыҡ билдә лә түгел. 

Температура – организмдың стресс тыуҙырған хәл-ваҡиғаға ҡарата тәбиғи һаҡланыу реакцияһы. Баланың теше сыҡҡанда, һалҡын тейгәндә йәки вирус эләккәндә, ул организмға көрәшергә ярҙам итә. Организм ҡан тамырҙары реакцияһын, бүлеп сығарыу системалары эшмәкәрлеген әүҙемләштереү, йәғни инфекция ҡуҙғытҡыстарын зарарһыҙ­ландырыу һәм токсиндарҙы сығарыу өсөн температураны күтәрә. Шуға күрә баланың температураһы күтә­релеүенән ҡурҡырға ла, шулай уҡ уны иғтибарһыҙ ҡалдырырға ла ярамай. Был – ата-әсәгә баланың әүҙемлеген кәметергә, уны түшәккә ятҡырырға кәрәклекте белдереүсе билдә. Тейешле кимәлдә таҙа йылы һыу эсерергә кәрәк, сөнки температура күтәрелгәндә организм һыуһыҙлана. Ә шәрбәтле һыу эсәклектә көсөргәнеш тыуҙырыуы, газ тупланыуын әүҙемләштереүе ихтимал.

Температура 38,5 – 39,0 градусҡа еткәндә, баланың тиреһе ҡыҙара, тир бүленә башлай. Тап ошо градусҡа еткәс, организмда инфекция менән көрәшеүсе матдәләр барлыҡҡа килә. Юғары температура бактериялар үрсеүенә ҡаршы тора, ти педиатрҙар. Әгәр бала температура күтәрелеүен яҡшы кисерә икән, уны төшөрөргә ашыҡмағыҙ, ә иммун системаһына сир менән көрәшергә ирек бирегеҙ. Әлбиттә, һәр осраҡта ла балалар табиптары менән кәңәшләшеү, уларҙың әйткәндәрен үтәү, һәр сабый сәләмәтлегенә айырым ҡараш талап ителә. Ата-әсә тәү сиратта баланың хәлен баһаларға тейеш. Нигеҙҙә температура 38,5 градусҡа еткәс, уны төшөрөү яғын ҡарайҙар.

Динә АРЫҪЛАНОВА

Читайте нас: