Билдәле табип һәм тапшырыуҙар алып барыусы Александр Мясников барыбыҙға ла яҡшы таныш. Уның һаулыҡты һаҡлау хаҡындағы үҙенсәлекле кәңәштәре иғтибарҙы үҙенә тарта. Бөгөн уның ҡырҡ йәште уҙғандарға биргән тәҡдимдәре менән таныштырабыҙ.
“Өс нәмәне оноторға тырышығыҙ: нисә йәштә булыуығыҙҙы, үткәнегеҙҙе, зар һәм дәғүәләрегеҙҙе. Ә бына позитив фекерләү, яҡын дуҫтарығыҙ һәм ҡунаҡсыл йортоғоҙ – хәҙер һеҙҙең өсөн иң мөһиме”,– тип кәңәш биргән табип.
Ҡырҡтан туҡһан йәшкә тиклемге кешеләр һәр ваҡыт ҡан баҫымын, шәкәр һәм холестерин кимәлен, триглицеридтарҙы, бәүел кислотаһын тикшереп торорға тейеш. Был категория кешеләренә тоҙ, шәкәр, аҡ икмәк, һөт аҙыҡтарын, эшкәртелгән аҙыҡ һәм һурпа кубиктарын ҡулланыуҙы сикләргә кәрәк. Йәшелсә, ҡуҙаҡлылар, фасоль, сәтләүек, йомортҡа, еләк-емеш, үҫемлек майы менән туҡланығыҙ, тип кәңәш итә белгес. Хәрәкәтләнеү, тән ауырлығын контролләү, ваҡытығыҙҙы күберәк ғаиләгеҙ менән үткәреү, йышыраҡ көлөү-йылмайыу – бары һеҙҙең сәләмәтлек файҙаһына.
“Һыу эсер өсөн уға сарығыу, һыуһау кәрәкмәй, унан алдараҡ эсегеҙ. Йоҡоғоҙ килгәнен көтөп ултырмағыҙ, ваҡытында ятығыҙ. Ял итеү өсөн арып-талсығыу кәрәкмәй, мәлендә хәл алығыҙ. Медицина тикшереүен үтеү өсөн ауырығанығыҙҙы көтмәгеҙ, алданыраҡ табипҡа күренегеҙ. Мөғжизәләргә өмөтләнмәгеҙ, бер ваҡытта ла үҙегеҙгә ышанысты юғалтмағыҙ, иртәгә бөгөнгөнән яҡшыраҡ буласағына ышанып йәшәгеҙ”, – тигән теләктәргә лә ҡолаҡ һалайыҡ. Был донъяла барыһы ла ябай һәм аңлайышлы икән!
Динә АРЫҪЛАНОВА