Башҡортостан
-10 °С
Болотло
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
14 Ғинуар , 09:00

Һыуыҡ үткәреп ауырығанда

Иң һөҙөмтәле биш ысул

Һыуыҡ үткәреп ауырығанда
Һыуыҡ үткәреп ауырығанда

* Һыуыҡ миҙгелдә һуған менән һарымһаҡты күберәк ҡулланырға кәрәклеген яҡшы беләбеҙ. Ашай алмаған хәлдә, уларҙы турап карауытығыҙ эргәһенә ҡуйырға мөмкин - фитонцидтар вирустарҙы үлтерә. Был йәшелсәләрҙең һауаға таралған ҡырҡыу еҫе лә һауыҡтырыу көсөнә эйә, тик танау эсенә, күҙгә инеүенән һаҡланығыҙ - яндыра.

* Имбирҙең дә дауалау ҡеүәте ҙур. Уны ваҡлап турап сәй итергә, йылы һөткә ҡушып эсергә мөмкин. Имбир бактерияларҙың, паразиттарҙың үҫеүенә ҡаршы тора ала, шуға ла ул хатта сей балыҡ менән йәнәш бирелә. Ҡайһы бер белгестәрҙең фекеренсә, имбир эндорфин эшкәртеп сығара, тимәк, кәйефте күтәрә.

* Сирҙәр аҙған миҙгелдә баллы мүк еләгенән морс эсеү ыңғай һөҙөмтәле. Уны дөрөҫ әҙерләү ысулы шундай: тәүҙә еләкте ағас ҡалаҡ менән иҙергә кәрәк. Ҡайнар һыуға уның ҡабығын ғына ташларға, ә һутын айырып алып торорға. Һығынтыһын 5-7 минут ҡайнатҡас, утты һүндереп, 40 градусҡаса һыуытырға, шунан һутты һәм тәменсә бал ҡушырға ғына ҡала. Ошолай эшләгәндә, файҙалы үҙенсәлектәре нығыраҡ һаҡлана. Бигерәк тә тамаҡ ауыртып, температура күтәрелгәндә, мүк еләгенән әҙерләнгән морсты йыш эсергә кәңәш ителә.

* Аҡ сәскә (ромашка) - тәбиғи антисептик, уның төнәтмәһе менән тамаҡты, танауҙы сайҙырыу файҙалы буласаҡ. Урамдан ингәс тә, тамаҡты һәм танауҙы сайыу вируслы сирҙәрҙән аралап ҡалыр. Бының өсөн шулай уҡ тоҙло һыу (бер стаканға ярты балғалаҡ тоҙ алына) ҡулланырға ла була.

* Баллы һөттөң шифалы үҙенсәлектәре тураһында ла электән билдәле. Бал ҡушылған йылы һөт эсеү тамаҡ ауыртҡанда килешә: еңеллек килтерә, йомшарта, йүткеректе баҫа. Тик тымау булғанда һөт хәлде ҡатмарлаштыра ғына - ундағы ферменттар шайыҡты ҡуйыртыу үҙенсәлегенә эйә.

Фото: attuale.ru

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас в