Файҙалы кеҫәлде йыш ҡулланыу шифаһын күрһәтмәй ҡалмай: бер аҙ эсте кәметә, эсәктәрҙәге артыҡ ҡалдыҡтарҙан ҡотолорға ярҙам итә, аш һеңдереүҙе яйға һала. Уны әҙерләүе лә мәшәҡәтле түгел.
Беҙгә кәрәк берәр өйөм "Геркулес" һоло яҫмығы, кипкән ҡара слива, шунса уҡ эре ҡырылған сей сөгөлдөр. Уларҙың барыһын бер һауытҡа һалып, өҫтөнә ике литр ҡайнар һыу ҡойғас, 15 минуттай талғын утта ҡайнатабыҙ. Шунан алып һөҙәбеҙ.
Кеҫәлде йоҡларҙан ике сәғәт алда эсергә кәңәш ителә. Бауыр тәңгәленә йылытҡыс ҡуйырға ла мөмкин.
Ҡуйыһын да ташламағыҙ, уны иртән ашап ҡуйырға була. Аҙнаның бер көнөндә ошо рәүешле яһалған кеҫәл менән генә туҡланыу ыңғай һөҙөмтә килтерә.
Сәләмәт булайыҡ!
Фото: YouTube