Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
16 Ғинуар 2023, 14:00

Коронавирус сигенә

Бөгөнгө һандар нимә тураһында һөйләй? 

Коронавирус сигенә
Коронавирус сигенә

Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин белдереүенсә, республикала коронавирус инфекцияһы менән сирләү кәмей башланы. Был хаҡтағы һөйләшеү Башҡортостан Хөкүмәтенең аҙналыҡ кәңәшмәһендә үтте.

Рәсәй Хөкүмәтенең координация үҙәге мәғлүмәттәре буйынса, һуңғы ете көндә 839 сир осрағы асыҡланған, был алдағы аҙна менән сағыштырғанда 62 процентҡа әҙерәк.

– Сирләп китеп дауаханаға ятыусылар һанының да кәмеүен билдәләйбеҙ. Бер аҙна эсендә был күрһәткес 39 процентҡа кәмегән. Әле йоғошло сирҙәр госпиталдәрендә коронавирусты дауалау өсөн 330 урын булдырылған, уларҙың 27 проценты буш, – тине министр.

16 ғинуарға һандар шундай: тәүлек эсендә сирҙең 82 яңы осрағы теркәлгән, 125 кеше дауаханала ята. 1253 кеше өйҙәрендә дауалана.

– Был һандар ҡыуандыра. Үҫеш пигын үттек, – тине быға Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров.

Фото: "ГорОбзор". 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: