Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
17 Ғинуар 2023, 16:00

"Минең аяҡтарым бер ҡасан да өшөмәй"

Бүздәк районынан Флүр Латипов аяҡтары туңып ыҙаланғандарға яҡшы ысул өйрәтә. Ҡар бөтмәҫ борон ҡулланып ҡалығыҙ.

"Минең аяҡтарым бер ҡасан да өшөмәй"
"Минең аяҡтарым бер ҡасан да өшөмәй"

Яҡташыбыҙ бер ҡасан да аяҡтары өшөмәүен белдерә. Быға өлгәшеү өсөн ул бер нисә йыл элек яланаяҡ ҡарҙы тапай башлай. Мунса ингәндә тиҙ генә тышҡа сығып инә икән. Шулай бер нисә тапҡыр эшләй. Хәҙер бер ҡасан да өшөүҙән яфаланмай.

"Тәндәге ваҡ тамырҙарҙан ҡан йөрөмәй башлагас, аяҡ-ҡул туңа. Бындай ваҡытта берсә - һалҡын, берсә йылы кәрәк. Урамға сығып, ҡарға баҫаһы килмәгәндә өйҙә ике тасҡа һалҡын һәм йылы һыу һалып, шунда аяҡтарҙы алмашлап тығып ултырырға була. Тамырҙар киңәйеп, ҡан әүҙем йөрөй башлай", - ти ул. 

Флүр Латипов табан, үксә ярылыуына, ҡул һәм тән тиреһе ҡороуына ҡаршы ла үҙенсәлекле дауа тапҡан. Ул кремды үҙе эшләп ала. Балауыҙҙы һыу быуында иретә лә шундай уҡ күләмдә май өҫтәп болғата. Ябай көнбағыш майы ла бара бының өсөн, ныҡ яҡшы май килеп сыға, ярҙам итә, ти.

Фото: 1pkins.livejournal.com

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас: