Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
18 Ғинуар 2023, 10:00

Беҙҙең хирургтар һимеҙлектән операция яһай

Өсөнсө тәүлеккә ир өйгә ҡайтып китергә әҙер буласаҡ. Уның шәкәр диабетына бәйле проблемалары юҡҡа сығасаҡ.

Беҙҙең хирургтар һимеҙлектән операция яһай
Беҙҙең хирургтар һимеҙлектән операция яһай

Башҡорт дәүләт медицина университеты клиникаһында табиптар өсөн оҫталыҡ дәресе үтте. Йыл һайын бындай әмәлиәттәр тиҫтәләгән пациенттарға яһала.

Һуңғы ҡырҡ йыл эсендә һимеҙлектән йонсоғандар һаны өс тапҡырға артҡан. Был юлы хирургтарҙың пациенты – һимеҙлек арҡаһында тын быуылыуҙан, гипертониянан, быуындарҙа һәм умыртҡа бағанаһында ауыртыуҙар тойоуҙан яфаланған ир.

Табиптар әйтеүенсә, операциянан һуң шәкәр диабеты менән бәйле проблемалар ҙа май ҡатламы менән бергә китәсәк. Тик элеккесә теләгәнсә ашау ғына эләкмәйәсәк.

– Йәмғиәт үҫешә барған һайын,  шул ҡәҙәр  һимеҙлектән йонсоясаҡ. Донъяла туҡланыу менән бәйле ике ҙур проблема бар: һимеҙлек һәм аслыҡ.  Хатта һимереүҙән йонсоғандар күберәк тә, – ти  Рәсәй бариатрия хирургтары йәмғиәте президенты Бекхан Хациев.

Ашҡаҙан күләмен кесерәйтеү әмәлиәте клиникала йыш башҡарыла. Ил буйынса бындай операцияны алты-ете мең кешегә яһайҙар. Ә уға мохтаждар был һандан йөҙ тапҡырға күберәк, ти табиптар. Әмәлиәт тишемдәр ярҙамында башҡарыла. Был ысул хәүефһеҙ, ”йомшаҡ”, шуға күрә пациент ғәҙәттәге тормошҡа тиҙерәк ҡайта. Өсөнсө тәүлеккә ул өйгә ҡайтып китергә әҙер, ә бына элекке туҡланыу рационын оноторға тура килә.

– Ни өсөн кеше был операцияны яһатырға мәжбүр? Тән ауырлығын кәметеү өсөн, сөнки ҡайһы берәүҙәр ябығырға теләп тә булдыра алмай. Хатта ябыҡҡас та яңынан һимерә. Операциянан һуң кеше тормош сифатын яҡшырта, сәләмәтлеге яҡшыра, – ти клиниканың хирургия бүлексәһе мөдире  Фәрит Нагаев. – Әмәлиәт – һимеҙлек менән көрәштә иң тәьҫирле юл. Ә шәкәр диабеты менән сирлеләрҙең инсулин терапияһына мохтажлыҡ кисермәүе лә ихтимал.

Фото: www.pngwing.com

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: