Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
18 Ғинуар 2023, 14:45

Мандарин ҡабығын ташламағыҙ!

Эсе генә түгел, тышы ла бик файҙалы емеш ул. Шуның өсөн сүплеккә һалырға ашыҡмағыҙ, тәүҙә уның файҙалы яҡтарына иғтибар итегеҙ.

Мандарин ҡабығын ташламағыҙ!
Мандарин ҡабығын ташламағыҙ!

Эсе генә түгел, тышы ла бик файҙалы емеш ул. Ҡабығында эфир майҙары, фитонцидтар, каротиноидтар, витаминдар, антиоксиданттар һәм башҡа шифалы матдәләр бар. Шуның өсөн сүплеккә һалырға ашыҡмағыҙ, тәүҙә уның файҙалы яҡтарына иғтибар итегеҙ.

Мәҫәлән, эс ташҡанда, киткәндә мандариндың кипкән ҡабығын кофемолкала онтап, эремсеккә, бутҡаға, башҡа ризыҡҡа ҡушып (ярты - бер балғалаҡ тирәһе) ашарға мөмкин.

Бронхит сирендә лә ҡулланалар уны. Ике ҡалаҡ онтаҡҡа стакан ярым ҡайнар һыу ҡойоп биш минут ҡайнатҡас, бер сәғәт төнәтеп, һөҙөп алырға. Эсемлекте ашарҙан ярты сәғәт алдан ярты стаканлап йылы килеш эсергә.

Ҡоро йүтәлдә тиҙерәк үпкә таҙарһын өсөн дә шул рәүешле ҡулланырға мөмкин. Киҙеү мәлендә, һыуыҡ үткәреп ауырығанда мандарин тышы ярҙамында ингаляция эшләү яҡшы һөҙөмтә бирмәй ҡалмай. Уның өсөн йыйылған ҡабыҡҡа ҡайнар һыу ҡойоп, башты ҡаплап, быуҙы 10-12 минут һуларға. Бындай дауанан һуң йылы ябынып бер сәғәт ятып торорға кәңәш ителә.

Тырнаҡта бәшмәк булғанда көнөнә ике тапҡыр мандарин ҡабығын ышҡығыҙ.

Арығанда, ҡуҙғығанда, көйгәндә лә уны уңышлы ҡулланырға була. Ваҡ итеп туралған ҡабыҡты ситса сепрәккә һалып, бер аҙ полиэтилен моҡсайҙа тотоп быҡтырып алғас, 15 минуттай хуш еҫен һулағыҙ.

Йоҡлай алмағанда, йөрәк тулағанда, ҡан баҫымы күтәрелгәндә лә мандарин ҡабығы ярап ҡала. Бер стакан яңы әрселеп ваҡланған ҡабыҡҡа өс литр ҡайнар һыу ҡойғас, ҡайнатып сығарырға, бер сәғәт тирәһе ултыртып торорға һәм һөҙөргә. Уны ваннаға ҡойоп, һыу өҫтәп (йылы булһын) йоҡларҙан ярты сәғәт алда 15 минут ятырға. Мандариндың хуш еҫе тынысландырыу көсөнә эйә.

Фото: agrognom.ru

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас: