Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
20 Ғинуар , 23:00

Йыш ауырып йонсоһағыҙ...

Һөҙөмтәле дауалау ысулын тәҡдим итәбеҙ.  

Йыш ауырып йонсоһағыҙ...
Йыш ауырып йонсоһағыҙ...

Был - һаулыҡты нығытыу, иммунитетты күтәреү өсөн бик һөҙөмтәле сара. Уны ҡулланыу бигерәк тә физик көс түгеп эшләүселәргә, спортсыларға, йыш сирләүселәргә кәрәк.

Беҙгә кәрәк:

200 грамм күрәгә,
200 грамм йөҙөм,
200 грамм кипкән ҡара слива,
200 грамм грек сәтләүеге,
өс ҡалаҡ бал,

уртаса ҙурлыҡтағы дүрт-биш лимон,
100-150 грамм аҡ май йәки зәйтүн майы.

Әҙерләү:

кипкән емештәрҙе кәстрүлгә һалып, өҫтөнә ҡайнар һыу ҡойғас, 5-10 минут тотабыҙ. Шунан һыуын түгеп, таҙа сепрәк менән яҡшылап ҡоротабыҙ. Лимондың тышын шулай уҡ яҡшылап йыуып һөртәбеҙ ҙә ваҡ итеп турайбыҙ. Ингредиенттарҙың барыһын да ит турағыс аша үткәрәбеҙ. Артабан уға бал ҡушып болғатҡас, быяла банкаға һалып һыуытҡыста һаҡлайбыҙ.

Ҡулланыу:

был ҡатнашманы иртәнге ваҡыттарҙа ашарға кәрәк. Балаларға көнөнә берәр балғалаҡлап, ололарға ҡалаҡлап ҡулланырға кәңәш ителә.

Файҙаһы:

күрәгәлә калий күп, ә ул сиратында йөрәккә файҙалы, ҡара слива эсәклекте таҙарта, йөҙөм мейене туҡландыра, сәтләүектәге майҙар йөрәк эшмәкәрлегенә ыңғай йоғонто яһай, лимондағы С витамины төрлө сирҙәрҙән һаҡлай, көс бирә, ә балдың файҙалы үҙенсәлектәре тураһында яҙып тороу ҙа кәрәкмәй.

Фото: bee-master.ru

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас в