Башҡортостанда, рәсми мәғлүмәттәр буйынса, коронавирус менән сирләү осраҡтары кәмей башлаған. Һуңғы ете көндә вирус 502 кешегә йоҡҡан - алдағы аҙна менән сағыштырғанда 42 процентҡа әҙерәк. Был турала Хөкүмәттең аҙналыҡ кәңәшмәһендә республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин һөйләне.
Министр шулай уҡ, республикала дауаханаға һалыу осраҡтары кәмеүе күҙәтелә, тип билдәләне. Был күрһәткес 22 процентҡа аҙайған. Инфекция госпиталдәрендә буш урындар 22 процент кимәлендә һаҡлана.
Шул уҡ ваҡытта Башҡортостанда коронавирус инфекцияһынан вафат булғандар һаны ҡырҡа артҡан. Уҙған тәүлектә өс пациент һәләк булды. Башҡортостанда тәүлек эсендә коронавирус инфекцияһын йоҡторғандар һаны 65-кә тиклем кәмегән.
Республиканың һаулыҡ һаҡлау министры үткән аҙнала ашығыс медицина ярҙамының нисек эшләүе тураһында ла хәбәр итте. "Ашығыс ярҙам" 21 924 саҡырыуҙы хеҙмәтләндергән. Халыҡ менән бәйләнеш үҙәгенең 332 операторы эшләгән, табипҡа ҡабул итеүгә 500 меңдән ашыу яҙылыу теркәлгән, 2 672 кеше көтөү ҡағыҙынан яҙҙырылған һәм 21 438 өйгә саҡырыу рәсмиләштерелгән.
Фото: 35media.ru