Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
23 Ғинуар 2023, 18:30

Ковид бирешергә теләмәй

Һуңғы тәүлектә өс пациент вафат булған...

Ковид бирешергә теләмәй
Ковид бирешергә теләмәй

Һаулыҡ һаҡлау министрлығы хәбәр итеүенсә, тәүлек эсендә 65 кешегә коронавирус инфекцияһы диагнозы ҡуйылған. Әле стационарҙарҙа 144 ауырыу дауалана, шуларҙың 101-енең йәше алтмыштан өҫтә. Амбулатор шарттарҙа 1 101 кеше дауалана, 331-е өлкән йәштә.

Һуңғы тәүлектә 52 кеше һауыҡҡан һәм өс пациент вафат булған. Вакцинаның тәүге компоненты менән 3 558 943 (+ 3 519), икенсе компоненты менән 3 377 522 (+2 087) кеше прививкаланған.

Үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ, санитария-гигиена ҡағиҙәләрен теүәл үтәгеҙ!

Фото: Вести.ру

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: