Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
24 Ғинуар 2023, 13:00

15 килограмға ябыҡҡан, һарыға һабышҡан булған...

Ҡатындың ғүмерен һаҡлап ҡалыу өсөн табиптарҙың ниндәй ҙур көс, таһыллыҡ һалыуы тураһында уҡып белегеҙ.

15 килограмға ябыҡҡан, һарыға һабышҡан булған...
15 килограмға ябыҡҡан, һарыға һабышҡан булған...

Башҡортостан хирургтарының ситтә ниндәй ҙур ҡыйыулыҡ, оҫталыҡ менән пациенттарҙы үлемдән ҡотҡарыуын төрлө сығанаҡтарҙан ишетеп беләбеҙ. Шундай бер үҙенсәлекле ваҡиға, Мелитополь ҡалаһында йәшәгән ҡатындың ғүмерен һаҡлап ҡалыу өсөн яҡташтарыбыҙҙың ниндәй ҙур көс, таһыллыҡ һалыуы тураһында Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығында һөйләгәндәр.

Ведомствоның матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, Мелитополдең өлкә дауаханаһына бик ауыр хәлдә 67 йәшлек ҡатын килә. Тән тиреһе һарғайған, һуңғы өс ай эсендә 15 килограмға ябыҡҡан, даими эсе ауыртҡан, тәне ҡысытып йонсотҡан, йыш уҡшыуға зарланған пациенттың температураһы ла юғары булған.

Табиптар пациенттың ашҡаҙан аҫты биҙендә ҙур шеш булыуын асыҡлаған, өҫтәүенә ул үт тамырҙарына үрелеп үҫергә өлгөргән, үт ҡыуығында таштар барлығы беленгән.

– Пациенттың үт ҡыуығын алырға тура килгән, үт ағып сыҡһын өсөн дренаж урынлаштырылған. Һөҙөмтәлә үт бауырҙан иркен ағып сыға һәм аш һеңдереү процесына әйләнеп ҡайта, – ти Башҡортостан медицина университеты клиникаһы хирургы Рөстәм Сәйфуллин.  

Пациент бер аҙнанан дауахананан сыҡҡан.

“Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, әле Запорожье һәм Херсон өлкәләрендә ауырыуҙары аҙған сирлеләрҙе күп осратабыҙ. Кешеләр сирләгәндә лә табипҡа күренмәгән, сөнки сәләмәтлекте хәстәрләү өсөн һәр кем түләй алмаған. Хәҙер хәл үҙгәрҙе, кешеләрҙе даими рәүештә табипҡа күренергә һәм дауаланырға  саҡырабыҙ”, – ти Рәсәй һаулыҡ һаҡлау министры ярҙамсыһы Алексей Кузнецов.

Фото: “Башинформ”.

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: