Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
24 Ғинуар , 13:41

Һөт биҙе шеше – исемлектә беренсе

Сирҙе асыҡлауҙа яңы ысул ҡулланыла.

findle.top
Фото:findle.top

Ҡатын-ҡыҙҙарҙың ғүмеренә хәүеф менән янаған һөт биҙе яман шеше элеккесә ауыр сирҙәр исемлеге башында тора. Йыл һайын республиканың  1800 гүзәл затында был ҡурҡыныс сир асыҡлана, уларҙың күбеһе 50 йәште уҙған. Йәш ҡатындарҙа сир айырыуса агрессив рәүештә үтә, ти онкологтар.

Республика онкология үҙәгендә был сирҙе дауалауҙың яңы ысулын ғәмәлгә индергәндәр. Табиптар барлыҡҡа килгән яңы шеште махсус маркерҙар ярҙамында алып ташлай. Был дауалау ысулы һауыҡтырыу яғынан да, косметик йәһәттән дә күпкә  отошлораҡ. Уны сирҙең төрлө стадияларында файҙаланып була, ти белгестәр.

Экрандағы ҡара тап – яман шеш. Хирургтың бурысы – ювелирҙарса теүәллек менән уның үҙәгенә барып етеп, титан маркерын ҡалдырыу. Шул рәүешле табиптар яман шештең урынын асыҡ билдәләй. Химия йәки радиотерапия менән дауа­лағанда шештәрҙең ярайһы ғына кәмеүе йәки бөтөнләй үҙенән-үҙе таралып юҡҡа сығыуы ихтимал. Тик был осраҡта ла хирургтар уларҙың тәүҙә барлыҡҡа килгән урынын яман шеш күҙәнәктәренән азат итергә тейеш. Ҡайһы саҡта күҙәнәктәрҙең бер өлөшө организмда ҡала, тимәк, операциянан һуң дауаланыуҙы дауам итергә кәрәк.

– Әгәр дауалау башланғансы күҙал­ланған шеш урыны асыҡланмаһа, хирургка операция ваҡытында беренсел шеште табыуы ауырлаша. Белгес тыныс рәүештә косметик әмәлиәтте башҡарһын, бары шеште алып ташлаһын өсөн алдан билдә ҡуйыла, – тип аңлата республика онкология диспансерының бүлек мөдире Марат Ғәлиев.

Яңы ысулды сир башланған осорҙа, шеш бәләкәй саҡта ҡулланалар. Шуға бер миҫал. Ирина тигән ҡатында яман шештең икенсе стадияла булыуы асыҡлана. “Күкрәк шешен осраҡлы ғына һиҙеп ҡалдым. Бәләкәй генә төйөрҙөң ультратауыш тикшереүе үткәндән һуң яман шеш икәнлеге асыҡланды. Табип миңә онкология үҙәгенә барып анализдар бирергә ҡушты. Бына хәҙер мин диспансерҙа”, – ти ҡатын.

“Әгәр шеш үҙ ҡулдарың менән тотоп асыҡларлыҡ икән, был бик насар, – ти табип. – Республика онкология үҙәгендә иҫ киткес ҙур теүәллек менән эшләгән һанлы маммограф бар, ул һөт биҙендә хәүефле сирҙе хәбәр иткән микрокальцинаттарҙы асыҡларға һәләтле. Диагнозды раҫлау йәки кире ҡағыу өсөн биопсия үткәрәләр”.

Үкенескә ҡаршы, сирҙең башланып торған мәлендә пациенттарҙың ни бары бер проценты табиптарға мөрәжәғәт итә икән. “Элек республикала бындай биопсия әмәле юҡ ине. Микроакальцинаттарҙың барлығын, шик тыуҙырған участкаларҙы башҡа ысулдар менән тикшереү бик ауыр, хәҙер ошо уңайлы алымды үҙләштерәбеҙ, – ти диспансерҙың бүлек мөдире Булат Ибраһимов.

Табиптарҙың ҡатын-ҡыҙҙар өсөн кәңәше – табип-маммологка йыл һайын күренеү. 50 йәшкә тиклем маммографияны кәм тигәндә өс йылға бер, артабан ике йылға бер тапҡыр үтеү кәрәк. Сирҙе иртә стадияла асыҡлау өсөн тикшереүҙе һанлы ҡорамалда башҡарыу мөһим. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул әлегә ҡайһы бер район дауаханаларында юҡ.

Динә АРЫҪЛАНОВА

Читайте нас в