Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
25 Ғинуар 2023, 18:00

Вафат булыусылар бар

Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы хәбәр итеүенсә...

Вафат булыусылар бар
Вафат булыусылар бар

Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, 25 ғинуарҙа коронавирус инфекцияһы эҙемтәләренән ике кешенең ғүмере өҙөлгән. Кисә лә ике кеше был сирҙән вафат булған, ә 23 ғинуарҙа өс кеше үлгән.

Үткән тәүлектә 68 кеше коронавирус йоҡторған. Әле 155 кеше – дауаханала, уларҙың 99-ы – өлкән йәштәгеләр. Туғыҙ кеше ауыр хәлдә, уларҙың берәүһе үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған. Өйҙә 1122 кеше дауалана. Уларҙың 327-һенең йәше 60-ты уҙған.

Фото: pg12.ru

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас: