Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
26 Ғинуар 2023, 22:15

Икенсе форумға әҙерлек башланды

Реабилитация индустрияһы форумын 19-21 октябрҙә үткәреү планлаштырыла.

Икенсе форумға әҙерлек башланды
Икенсе форумға әҙерлек башланды

Башҡортостан Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, “Ҡаршылыҡтарҙы емереп” II Бөтә Рәсәй күргәҙмә-форумын үткәреүгә әҙерлек буйынса беренсе ултырыш үтте. Тәүгеһе былтыр ноябрҙә “Торатау” конгресс-холында уҙғарылғайны.

"Форум бик күп ыңғай фекерҙәр уятты. Ул Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың ҡарары буйынса йыл һайын үткәреләсәк, – тип сараның әһәмиәтен билдәләне Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары - финанс министры Лира Иғтисамова. – Беҙ һеҙҙең менән икенсе форумға ҡатнашыусыларҙы йәлеп итеү, реабилитация сараларын тағы ла күләмлерәк, йөкмәткелерәк итеү өсөн тырышасаҡбыҙ".

Форумға әҙерлек мәсьәләләре буйынса фекер алышыуға күскәнгә ҡәҙәр вице-премьер тәүге йыйынды үткәреүгә көс һалған ойоштороусыларға наградалар тапшырҙы, сараны яҡтыртыуҙа әүҙемлек күрһәткән матбуғат хеҙмәткәрҙәренә рәхмәт белдерҙе. Форум буйынса саралар планын әҙерләү менән быйыл да Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы шөғөлләнәсәк. Ведомство етәксеһе Ленара Иванова ултырышта “Ҡаршылыҡтарҙы емереп” форумын үткәреүҙың яҡынса датаһын, урынын атаны.

"Реабилитация индустрияһы форумын 19-21 октябрҙә уҙғарыу планлаштырыла. Үткән йылдағы кеүек, “Торатау” конгресс-холын тәҡдим итәбеҙ. Әле эшлекле һәм күргәҙмә программаларын төҙөү, финанслауҙы, шулай уҡ яуаплы министрлыҡ, ведомство һәм ойошмаларҙы билдәләү эше бара", – тине Ленара Иванова.  

Ултырышты йомғаҡлап, Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары – финанс министры Лира Иғтисамова Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығына “Ҡаршылыҡтарҙы емереп” II Бөтә Рәсәй форумы саралары өҫтөндәге эште 25 февралгә тамамларға ҡушты.

Фото: https://pravitelstvorb.ru/news/20036/

Автор: Дина Арсланова
Читайте нас