Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
27 Ғинуар 2023, 14:56

Белеү ҡамасауламаҫ

1000listnik.ru
Фото:1000listnik.ru

 Ҡайнар аш ни өсөн зарарлы?

 

Беҙ ҡайнар аҙыҡтың микробтар менән көрәшеүен яҡшы беләбеҙ. Тик организмда зыянлы бактерия­ларҙан тыш, файҙалы, кеше сәләмәтлегенә үҫешергә ярҙам итеүселәре лә бар. Организмдың күп кенә туҡымалары йомшаҡ, нескә, ҡайнар аштың уларға зарар килтереүе ихтимал. Айырыуса ҡалҡан биҙе зыян күреүсән. Йыш ҡына был ауыҙҙан насар еҫ килеүенә сәбәпсе була. Тән температураһы 43 градусҡа еткәндә кешенең һәләк булыуы билдәле. Ә ашай торған аҙыҡ һәм эсемлектең иң юғары температураһы Цельсий буйынса 45 градустан артмаҫҡа тейеш.

 

Тәбиғәт беҙгә сәсте ниңә биргән?

 

Сәс – кешенең сәләмәтлеген һаҡлаусы тәбиғәт бүләге. Ни өсөн беҙ уны ҡыҫҡа итеп ҡырҡтырырға ғәҙәтләнгәнбеҙ? Йәйен ул башты ҡояш һуғыуынан,  ә ҡышҡыһын һалҡындан һаҡлай. Шуға күрә табиптар  уны артыҡ ҡыҫҡа итеп ҡырҡтырыу яғында түгел.

 

Ни өсөн ике тапҡыр ҡайнатырға ярамай?

 

Һыуҙы ҡайнатҡанда ул үҙенең сифаттарын юғалта, ни тиклем оҙағыраҡ ҡайнай, шунса организмға зарары күберәк буласаҡ. Эсеү өсөн һыуҙы бөтөнләй ҡайнатмағыҙ, ә таҙартыу өсөн фильтрҙар ҡуйығыҙ. Көнөнә ике литр самаһы һыу эсеү тәҡдим ителә, шулай уҡ унан артығын да эсергә ярамай, тип киҫәтә табиптар.  Һыуҙы самаһыҙ эсеү организмдан зарарлы матдәләрҙе генә түгел, файҙалыларын да йыуып сығара.

 

Насар кәйеф һаулыҡты бөтөрә

 

Ниндәй генә хәл булмаһын, кеше үҙен ҡулда тоторға, ярһымаҫҡа, “ҡайнап” китмәҫкә тырышырға тейеш. Насар кәйеф иммунитетты ҡаҡшата, организм төрлө сирҙәргә бирешеүсәнгә әүерелә, ә асыу ҡабарыуы организмда көсөргәнеш тыуҙыра. Бының йөрәк-ҡан тамырҙары һәм тын алыу системаларына зарар килтереүе яҡшы билдәле. Яҡшы уйҙар менән йәшәгеҙ, үҙегеҙгә лә, башҡаларға ла проблема тыуҙырмағыҙ, ә ниндәйҙер ҡаршылыҡлы мәсьәләләр килеп сыҡһа, хәл итеү юлдарын эҙләргә кәрәк. Асыу организмдың ҡартайыуын тиҙләтә, тип иҫәпләй психологтар.

 

Иң файҙалы сәтләүек

 

Сәтләүектәр сәләмәтлек өсөн бик файҙалы. Уларҙа организмдың ҡартайыуын яйлатыусы Е витамины тупланған. Витаминдарға һәм микро­элементтарға иң байы – грек сәтләүеге. Тик самаһын белергә кәрәк, көнөнә 100 грамдан да күп ашарға ярамай. Көнбағыш еме лә файҙаһы буйынса унан әллә ни ҡалышмай.

 

Көн дә йыуынырға ярамай, имеш...

 

Әгәр көн һайын ваннала йә иһә мунсала һабынлап йыуынаһығыҙ икән,  был ғәҙәттән ҡотолоғоҙ, ти табиптар. Һәр нәмәлә сама кәрәк. Йыш йыуынғанда тәнде  төрлө инфекцияларҙан һәм иртә ҡартайыуҙан һаҡлаусы майлы ҡатлам йыуыла. Һабын менән аҙнаһына бер-ике тапҡыр йыуынығыҙ, ҡалған көндәрҙә гель ҡулланырға мөмкин.

Динә АРЫҪЛАНОВА

Читайте нас: