Башҡортостанда 100-ҙән ашыу тапҡыр бушлай ҡан биргән донорҙар йыл һайын биш мең һум күләмендә түләүҙәр аласаҡ. Был хаҡтағы закон кисә республиканың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың пленар кәңәшмәһендә ҡабул ителде.
Бөгөн республикала ҡан “банк”ын даими, бушлай тултырып барған 160-тан ашыу кеше бар, тип хәбәр итте “Башинформ” мәғлүмәт агентлығы. Алдан күҙалланыуынса, бер тапҡыр бирелгән түләүҙәр өсөн республика бюджетынан сығым 815 мең һум тәшкил итәсәк.
“Ҡан доноры булыу – бик мөһим һәм күптәр атҡара алырлыҡ мәрхәмәтлелек төрө. Һәр процедураның кемдеңдер, хатта бер нисә кешенең ғүмерен ҡотҡарыуы ихтимал. Донорлыҡ һаулыҡ өсөн хәүефһеҙ. Бынан тыш, ҡанды даими тапшырыуҙың организмдың тиҙерәк тергеҙелеүенә, ғөмүмән, кешенең дөйөм хәленә ыңғай йоғонто яһауы раҫланған”, - тип хәбәр итте парламент спикеры Константин Толкачев.
Әйткәндәй, Башҡортостанда “Рәсәйҙең маҡтаулы доноры” тигән исемде йөрөткән 11 меңдән ашыу кеше иҫәплән.
Фото: loevcrb.by