Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
27 Ғинуар 2023, 14:55

Иммунитет – беҙҙең дуҫ

medgis.ru
Фото:medgis.ru

Былтыр матбуғат биттәрендә ниндәй һүҙҙең күберәк ҡабатланғанын беләһегеҙме? Эйе, тап өҫтөнә баҫтығыҙ: ковид, вирус, локдаун, вакцина һәм коронавирусҡа бәйле башҡа терминдар. Тик, табиптар фекеренсә, беҙ улар хаҡында түгел, ә иң яҡын “дуҫыбыҙ” – иммунитет тураһында күберәк белергә тейеш.

Беҙҙе зарарлы күҙәнәктәрҙән һәм сит-ят матдәләрҙән һаҡлаған иммунитет кеше тыуғанға тиклем үк организмда бар­лыҡҡа килә һәм уны генетик сит матдәләрҙән арындыра. Әммә организмды яҡлаған ошондай ҡеүәтле система төрлө сәбәптәр арҡаһында ҡайһы саҡта көсһөҙләнеүе ихтимал. Бер яҡтан, насар экология, сифатһыҙ һыу, бысраҡ һауа, химик матдәләр, температураның ҡырҡа үҙгәреүе тәьҫир итһә, икенсенән, хеҙмәт һәм ял режимының булмауы, физик кө­сөргәнеш, арыу-талсығыу, дөрөҫ туҡлан­мау, сыныҡмау, витаминдар, микроэлементтар ҡытлығы, шәкәрҙе күп ҡулланыу, етерлек кимәлдә хәрәкәтләнмәү, үҙ белдегең менән дауаланыу, хирургик операциялар, имгәнеү һәм бешеүҙәр – быларҙың барыһы ла организмға кире йоғонто яһай. Иммунитет нисек кенә көслө булмаһын, беҙҙең ярҙамға мохтаж.

Иммунитеттың ныҡлығы нәҫелдән килә, тик уны һаҡлау, сәләмәт булыу өсөн кешегә бер аҙ көс түгергә кәрәк. Тәү сиратта – хеҙмәт һәм ял режимын теүәл үтәү, физик әүҙемлек һәм туҡланыуҙы дөрөҫ ойоштороу. Бының өсөн ялҡаулыҡты еңеү, сәләмәтлегеңә яуаплы ҡарау – төп шарт. Туҡланыуҙа аҡһым бик мөһим, бының өсөн рационға балыҡ, фасоль һәм борсаҡ индерегеҙ, йышыраҡ ҡарабойҙай, һоло, тары бутҡаһы бешерегеҙ. Ябай ғына тойолған йәшелсәләрҙә (кишер, картуф, сөгөлдөр, торма, ҡыҙыл борос) сәләмәтлек өсөн мөһим витаминдар булыуы яҡшы билдәле. Дингеҙ аҙыҡтарында селен, цинк, магний, кальций, тимер, йод, марганец минералдары күп. Эсәклек микрофлораһы өсөн кефир, ряженка, ҡатыҡ файҙалы. Кофе урынына йәшел сәй йә иһә цикорий эсегеҙ. Йоҡоғоҙ һигеҙ сәғәттән дә кәм булмаһын, күберәк йәйәү йөрөгөҙ, тип иҫкәртә табиптар.

Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы хеҙмәткәрҙәре раҫлауынса, кешеләрҙең ни бары 10 процентының ғына бөтә сир­ҙәрҙән иммунитеты бар. Тағы 10 проценты тыумыштан уҡ иммунитетҡа ҡыт­лыҡ кисерә. Ә ҡалған 80 процентының иммун системаһы эшмәкәрлеге тормош рәүешенә, йәшәү шарттарына ныҡ бәй­ле. Ҡайһы төркөмгә ҡараһағыҙ ҙа, сәлә­мәтлегебеҙҙе ҡурсалаусы, хәүефтәрҙән һаҡлаусы “дуҫ”ыбыҙға яҡшы мөнәсәбәттә булайыҡ, ярҙам итәйек.

Динә АРЫҪЛАНОВА

Читайте нас: