Сәләмәт булайыҡ
28 Ғинуар 2023, 08:00

Буҙа, ҡымыҙ һәм айран ҡалдыра беҙҙе хайран!

Кисә Йылайыр районы Юлдыбай ауылында "Милли эсемлектәр" байрамы үтте.

Буҙа, ҡымыҙ һәм айран ҡалдыра беҙҙе хайран!Буҙа, ҡымыҙ һәм айран ҡалдыра беҙҙе хайран!
Буҙа, ҡымыҙ һәм айран ҡалдыра беҙҙе хайран!

Йылайыр районының бай тарихлы Юлдыбай ауылы - республикала иң ҙур ауылдарҙың береһе. Уның үткәне данлы һәм шанлы, бөгөнгөһө - ышаныслы, киләсәге - өмөтлө.

Быйыл юлдыбайҙар республикала үткән "Айыҡ ауыл" конкурсында ҡатнаша. Кисә ауыл мәҙәниәт йортонда конкурс сиктәрендә "Милли эсемлектәр" байрамы үтте. Сарала район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Александр Коротков, Юлдыбай ауыл биләмәһе башлығы Илнур Ҡорбанғәлиев, район башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Зөһрә Зәйнуллина, ир-егеттәр ҡоро рәйесе Марат Абдуллин һәм башҡалар ҡатнашты.

Райондың 12 ауыл биләмәһе әҙерләгән милли эсемлектәрҙән өҫтәлдәр һығылып торҙо. Бында халҡыбыҙҙың милли эсемлектәренән ҡымыҙ һәм буҙаны, айран һәм ҡатыҡты, ҡайын һуты һәм төрлө емеш-еләктәрҙән әҙерләнгән һуттарҙы, шифалы үләндәр сәйен, төнәтмәләрҙе осратырға мөмкин ине. Шулай уҡ һәр ауыл биләмәһе вәкилдәре уларҙы баһалама ағзаларына нисек әҙерләү, файҙаланыу һәм шифаһы хаҡында һөйләне. 

Ошонда уҡ "Ҡанита" ағинәйҙәр ойошмаһы оҫталарының ҡул эштәре, яҡташ йырсылары Фәрит Бикбулатовтың картиналарынан, Ислам Игебаев төшөргән фотоһүрәттәрҙән, ҡурсаҡ театрынан күргәҙмә ойошторолған.

Юлдыбайҙар айыҡ тормошто һәм сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалаған сараны юғары кимәлдә үткәрҙе, халҡыбыҙға үҙ еребеҙҙә үҫкән әллә күпме шифалы үләндәрҙән һәм емеш-еләктәрҙән, һөт ризыҡтарынан бынамын тигән эсемлектәр эшләргә мөмкинлеген һәм уны көндәлек тормошта ҡулланыу үҙенсәлектәрен күрһәтте.

Бөтә ауыл биләмәләре лә байрамға ныҡлы әҙерләнгән, шулай ҙа айырыуса эсемлектәр әҙерләү үҙенсәлеге өсөн Дмитриевка ауыл биләмәһе беренсе урынды яуланы. Икенсе урын былтыр республикала ҙур еңеү яулаған Сәләх ауылы, йәғни Ҡәнзәфәр ауыл биләмәһенә бирелһә, өсөнсө урынға Бәрҙәш ауыл биләмәһе сыҡты.

"Милли эсемлектәр" байрамы менән тулыраҡ тиҙҙән гәзит биттәрендә таныштырырбыҙ.

Автор видеоһы һәм фотоһы.

Буҙа, ҡымыҙ һәм айран ҡалдыра беҙҙе хайран!
Буҙа, ҡымыҙ һәм айран ҡалдыра беҙҙе хайран!
Буҙа, ҡымыҙ һәм айран ҡалдыра беҙҙе хайран!
Буҙа, ҡымыҙ һәм айран ҡалдыра беҙҙе хайран!
Буҙа, ҡымыҙ һәм айран ҡалдыра беҙҙе хайран!
Буҙа, ҡымыҙ һәм айран ҡалдыра беҙҙе хайран!
Автор:Карима Усманова
Читайте нас