Нефтекама ҡала дауаханаһы табиптары район халҡына диспансерлаштырыу үтергә кәңәш итә. Үткән йылдың 12 айында ғына улар яман шештең 15 осрағын асыҡлаған.
Ошо ваҡыт эсендә Нефтекамала 50 меңдән ашыу кеше диспансерлаштырыу үткән. Мәҫәлән, 3-сө поликлиника табиптары прививка яһатырға килгән 62 йәшлек ҡатынды диспансерлаштырыу үтергә күндерә. Тикшереүҙәр һөҙөмтәһендә уны диспансерлаштырыуҙың икенсе этабына ебәргәндәр. Һөҙөмтәлә һөт биҙендә яман шеш булыуын асыҡлағандар. Хәҙер уға операция яһалған, ҡатын табиптар күҙәтеүенә алынған.
Белгестәр фекеренсә, тап диспансерлаштырыу ваҡытында хроник сирҙәрҙең күбеһе иртә стадияла асыҡлана (ҡан әйләнеше сирҙәре, шәкәр диабеты, үпкә сире). Былтыр Нефтекамала тәү тапҡыр 449 ҡан әйләнеше системаһы сирҙәре, 369 тын алыу ағзалары һәм 874 аш һеңдереү сирҙәре осраҡтары иҫәпкә алынған.
Һаулыҡ һаҡлау министрлығы диспансерлаштырыуҙың бушлай үткәрелеүен хәтергә төшөрә. Уны даими үтеү инвалидлыҡҡа һәм үлемгә килтереүсе хәүефле сирҙәрҙе ваҡтында асыҡларға һәм уңышлы дауаларға мөмкинлек бирә. 18-39 йәшлектәр уны өс йылға бер тапҡыр, 40 йәштән өлкәндәр йыл һайын үтергә тейеш.
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май“ указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә һанлы технологияларҙы индереү мөһим бурыстарҙың береһе булып тора.
”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының (национальный проект "Здравоохранение") төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен, ҡан әйләнеше сирҙәренән, ямаш шештәрҙән үлем осраҡтарын кәметеү, инновацион медицина технологияларын индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген иртә диагностикалау һәм дистанциянан тороп мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу.
Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу программаһы маҡсаты – сифатлы һәм һәр кем файҙаланырлыҡ медицина ярҙамы күрһәтеү, шул иҫәптән төпкөлдә, бәләкәй тораҡтарҙа йәшәгән халыҡ өсөн.
#ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: һаулыҡ һаҡлау министрлығы.