Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте түбәндәгеләр хаҡында хәбәр итте.
Үткән тәүлектә коронавирус менән сирләүселәр һаны артҡан һәм уларҙың һаны 96 кеше тәшкил иткән.
Әлеге ваҡытта 155 кеше дауаханала ковидтан дауалана, уларҙың 103-ө - оло йәштәгеләр. Ете пациент иһә ауыр хәлдә. Өйҙә 1265 кеше дауалана.
Әле – ҡышҡы миҙгел сирҙәренең һәммәһенә лә хәүеф янаған мәле. Шуға үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ. Әгәр ауырыу билдәләрен асыҡлаһағыҙ, табиптарға күренегеҙ, сөнки тап улар ғына дөрөҫ дауалауҙы билдәләй ала.
Фото: abatskinfo.ru