Йыл башынан Башҡортостанда ковидҡа 280 меңдән ашыу тест эшләнгән. Әлеге ваҡытта уның бер нисә төрө бар.
1 – 31 ғинуарҙа республикала 51126 ПЦР-тест эшләнгән.
"Бөгөн ПЦР-тест коронавирус инфекцияһын асыҡлауҙың ышаныслы ысулы булып тора. Хатта ауырыуҙың билдәләре күренмәһә лә, аныҡлыҡ 99 процент тәшкил итә. Ысул генетика-молекуляр диагностикалауға бәйле. Ул иһә организмда вирустың барлығын күрһәтә. Был хәлде ковид билдәләре күренгәнсе йәки антиматдәләр барлыҡҡа килгәнгә тиклем асыҡларға булышлыҡ итә", - тип белдерҙе республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығының йоғошло сирҙәр буйынса баш штаттан тыш белгесе Лиана Шәйхуллина.
Экспресс-тест – ковидты иммунохроматографик анализ ысулы (ИХА) менән диагностикалау алымы, тип хәбәр итте республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте. Былтыр республикала барлығы ковидҡа 1 572 604 ПЦР-тест һәм 2 384 345 ИХА эшләнгән.
Фото: health.bashkortostan.ru/presscenter/news/515065/