Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
31 Ғинуар 2023, 20:45

Әле һаман сирләйбеҙ

1273 кеше сир менән өйҙәрендә көрәшә. 

Әле һаман сирләйбеҙ
Әле һаман сирләйбеҙ

Башҡортостанда коронавирус һәм киҫкен респираторлы вирус инфекцияһы менән сирләү кимәле һаман юғары булып ҡала. Был турала бөгөн Хөкүмәттең аҙналыҡ кәңәшмәһендә һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин һөйләне.

Һуңғы тәүлектә 110 кеше коронавирус инфекцияһын йоҡторған. 167 сирле стационарҙа дауалана, 1273 ауырыу - өйҙә.

Координация үҙәге мәғлүмәттәре буйынса, һуңғы ете көндә сирләү осраҡтары, алдағы аҙна менән сағыштырғанда, 20 процентҡа артҡан. Йоғошло ауырыуҙар госпиталдәрендә 320 урын әҙерләнгән, уларҙың 18 проценты буш. Һуңғы тәүлектә 147 кеше һауыҡҡан.

Фото: Уфа1.

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: