Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
31 Ғинуар 2023, 06:00

"Ярам һаман төҙәлмәй..."

35 йыл медицина хеҙмәткәре булып эшләгән Зөлфирә апай кәңәштәрен яҙған.

"Ярам һаман төҙәлмәй..."
"Ярам һаман төҙәлмәй..."

Гәзиттә “Ярам һаман төҙәлмәй” тигән хатты уҡыным да кәңәшемде әйтергә булдым. Мин үҙем медицина хеҙмәткәре, 35 йыл буйына акушерка булып эшләнем. “Ашығыс ярҙам”да ла, ауылда медицина пунктында эшләгән ваҡыттар ҙа булды. Медицинаға ҡағылған бөтә нәмә менән ғүмер буйы ҡыҙыҡһындым, уҡыным. Белем үҫтереп тороу бер кемгә лә ҡамасауламай.

Төҙәлмәйенсә яфалай торған яраларға бик һәйбәт нәмә бар – мумиё. Ләкин уның ысыны кәрәк. Ғәҙәттә, йылына бер-ике тапкыр Бөтә Рәсәй йәрминкәһендә Алтайҙан алып килеп һаталар уны. Аптекаларҙа ысынын һаталармы икән – белмәйем, алып ҡарағаным юҡ.

Мумиё – ҡатыраҡ масса ул. Уның ысынмы-түгелме икәнен белер өсөн, ҡулыңды тейҙереп торорға кәрәк, йылыға йомшарырға тейеш ул. Еҫе лә үҙенсәлекле.

Ысын мумиёны һәр кем алып ҡуйһа ла була, бик файҙалы, кәрәкле әйбер ул. Мин үҙемдең бөтә таныштарыма ла, өйөгөҙҙә запас тотоғоҙ, тием, төрлө хәлдәр була бит. Мумиё тураһында китаптар ҙа күп, ҡыҙыҡһынған кешегә алып уҡырға мөмкин. Беҙ үҙебеҙ тормошта уны бик йыш ҡулланабыҙ.

“Ярам һаман төҙәлмәй” тигән ҡатын былай эшләһен. Мумиёның бер киҫәген киҫеп алып, бер аҙ һыу өҫтәп, һөт өҫтө кеүегерәк шыйыҡлатырға ла, яраға иртә-кис һөртөргә. Бөтөрә ул, төҙәтә. Һылап ҡына ҡуйырға, бәйләп ҡапламаҫҡа.

Башҡа бик күп төрлө ауырыуҙарға ла файҙаһы тейә уның. Бәшмәк ауырыуын, аллергияны дауалай, тамаҡ төбө ауыртҡанда сайҡатырға ла һәйбәт.

Бер танышымдың аяғына ҡаҙаҡ ингән ине. Аяғына өс ай баҫа алмайынса яфаланды. Аяғы ҡап-ҡара булды, гангрена китһә, киҫәләр ине инде...

Шунан һуң мумиёны ҡаймаҡ рәүешендә һыларға кәңәш иттем. Ул ҡаҙаҡ ингән урындың өҫтөнә лә, аҫтына ла - аяҡ табанына һылай башланы. Бер ай шулай һөртөп йөрөнө, шулай итеп төҙәлде лә, аяғы ҡып-ҡыҙыл булды! Унан инде аяғына баҫып йөрөй башланы.

Фото: absolutera.ru

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас: