Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
1 Февраль 2023, 18:00

Эс тиреһен тәрбиәләйһегеҙме?

Эс тиреһе тығыҙ, шыма булһын өсөн дә әҙерәк көс түгергә кәрәк. Төрлө физик күнегеүҙәр эшләү, кремдар һөртөү генә етмәй икән, ә бит тиреһен матурлаған кеүек тәрбиә лә кәрәк уға. Нисекме? Яуап - түбәндәге яҙмала.

Эс тиреһен тәрбиәләйһегеҙме?
Эс тиреһен тәрбиәләйһегеҙме?

Тәндең был тирәһенә аш һеркәһе менән япма эшләү бик файҙалы. Бер стакан һыуға бер ҡалаҡ туғыҙ процентлы һеркә ҡушып әҙерләнә ул. Марляны ошо һыуҙа манып, эскә һалырға, тышынан полиэтилен менән ҡаплап, ярты сәғәт тоторға кәрәк.

Икенсе ысул - сүпрәнән япма. Ул 20 грамм сүпрә, биш балғалаҡ ҡуйы һөт, биш балғалаҡ бал ярҙамында әҙерләнә. Уны ла, алда яҙылғанса, эс тиреһенә ярты сәғәткә ябып тоторға.

Был йәһәттән тағы ла кесерткән япрағы төнәтмәһе  файҙалы. Уның өсөн ике ҡалаҡ кипкән япраҡҡа бер стакан һыу ҡойоп 10 минут ҡайнатырға кәрәк. Һыуынғас, һөҙөп алырға һәм, марляны шунда еүешләп, эс тиреһенә ябырға, өҫтөнән полиэтилен япма менән ҡапларға. Уны бер сәғәт тирәһе тоторға була. Һөҙөмтәһе бер нисә тапҡыр ҡабатлағандан һуң күренер.

Былай эшләү тирене туҡландыра, тарттыра, тығыҙландыра, ҡан әйләнешен яҡшырта.

Фото:artcafe-royal.ru

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас: