Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
2 Февраль 2023, 14:00

"Айыҡлыҡ ҡоймаһы"на ҡушылығыҙ!

Үтеп барыусыларға үҙҙәренең теләктәрен яҙырға кәрәк ине...

"Айыҡлыҡ ҡоймаһы"на ҡушылығыҙ!
"Айыҡлыҡ ҡоймаһы"на ҡушылығыҙ!

Алкоголь – аяуһыҙ дошман. Статистика мәғлүмәттәре ҡот осҡос күрһәткестәр бирә: йыл һайын 500 меңдән ашыу кеше спирт менән ағыуланып, этанол тыуҙырған эҙемтәләрҙән һәләк була.

"Изгелек биләмәһе" ирекмәндәр үҙәге, Баймаҡ районының Иҫке Сибай ауылының йәштәр эштәре буйынса комитеты белгестәре һәм Шайморатов штабы ирекмәндәре мобилизацияланыусыларҙың ғаиләләренә ярҙам күрһәтеү буйынса "Айыҡ ауыл" республика конкурсы сиктәрендә "Айыҡлыҡ ҡоймаһы" акцияһын үткәрҙе.

Үтеп барыусыларға үҙҙәренең теләктәрен яҙырға кәрәк ине. Бының өсөн улар "Сәләмәт йәшәү аҙналығы" чек-биттәрен алды.

Сара сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалауға һәм үҙ һаулығыңа ҡарата шәхси яуаплылыҡ тәрбиәләүгә йүнәлтелгән.

Сығанаҡ: vk.com/public217341349

"Айыҡлыҡ ҡоймаһы"на ҡушылығыҙ!
"Айыҡлыҡ ҡоймаһы"на ҡушылығыҙ!
"Айыҡлыҡ ҡоймаһы"на ҡушылығыҙ!
"Айыҡлыҡ ҡоймаһы"на ҡушылығыҙ!
"Айыҡлыҡ ҡоймаһы"на ҡушылығыҙ!
Автор:Рузилә Иҫәнбаева
Читайте нас: