Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
2 Февраль 2023, 18:30

Бәләкәй генә сысҡандан – оло бәлә

Бигерәк тә быйыл уларҙан һаҡ булырға кәрәк.

Бәләкәй генә сысҡандан – оло бәлә
Бәләкәй генә сысҡандан – оло бәлә

Һаҡланғанды Хоҙай һаҡлай, тип тиккә генә әйтмәгәндәр: халыҡты бөйөр синдромлы геморрагик биҙгәк менән зарарланыу хәүефе тураһында иҫкәртәбеҙ. Был сирҙе башлыса йорт һәм ҡыр сысҡандары тарата.

Зарарланғандан алып ауырыуҙың тәүге билдәләре күренгәнгә тиклем – ике-өс, һирәк осраҡта ғына ете аҙна ваҡыт үтә. Ауырыу ҡапыл башлана: тән температураһы 39-40 градусҡа тиклем күтәрелә, баш һәм мускулдар, бил, эс ауырта. Ҡайһы берҙә танауҙан ҡан ағыуы ихтимал. Бөйөрҙөң эшмәкәрлеге боҙола. Сирҙең тәүге билдәләре асыҡланыу менән кисекмәҫтән дауалау учреждениеһына мөрәжәғәт итергә кәрәк. Табиптар дөйөм һәм шәхси гигиена ҡағиҙәләрен мотлаҡ үтәргә саҡыра.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һуңғы ваҡытта бөйөр синдромлы геморрагик биҙгәк сирҙәренең артыуы күҙәтелә. Башҡортостан был сир өсөн эндемик зона булып тора, шуға был хаҡта онотмағыҙ, һаулығығыҙ тураһында хәстәрлек күрегеҙ.

Фото: admkumertau.ru

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас: