Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
2 Февраль 2023, 09:00

Ҡатын-ҡыҙ үҙен ҡайғыртырға тейеш

Өлкәнәйгән һайын үҙеңә нығыраҡ иғтибар итергә кәрәк. Мәҫәлән, 40-60 йәштәрҙә...

Ҡатын-ҡыҙ үҙен ҡайғыртырға тейеш
Ҡатын-ҡыҙ үҙен ҡайғыртырға тейеш

Сәләмәтлектән дә ҡәҙерлерәк нәмә юҡ донъяла. Ул булмаһа, донъяның йәме лә юҡ. Шуға һәр кем һаулығына һаҡсыл ҡараш булдырһын. Бөгөн иһә гүзәл зат вәкилдәренең сәләмәтлеге тураһында яҙмаҡсыбыҙ. Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы хәбәр итеүенсә, ҡатындар түбәндәге шарттарға иғтибар итергә тейеш.

  1. Гормональ үҙгәреш, бауыр, эндокрин системаһы, йәрәхәттәр, стреслы хәлдәрҙең күп булыуы, беренсе баланың 30 йәштән һуң тыуыуы йәки баланың юҡлығы;
  2. Ҡатын-ҡыҙ яғынан нәҫелдең ҙур йоғонто яһауы тураһында оноторға ярамай. Олоғайған һайын яман шеш сирҙәре хәүефе лә арта. Сөнки 40 – 60 йәштәрҙә, менопауза осоронда, эндокрин системаһының тотороҡлолоғо кәмей. Тик хәҙер, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, түштәге яман шеш йәш ҡатындарҙа ла табыла;
  3. Ҡояш нурҙары аҫтында йыш йөрөү, аборттар, май күп булған аҙыҡ-түлек, холестерин, шәкәр.

Һөт биҙе яман шеше тәүге стадияларҙа үҙе тураһында һиҙҙермәҫкә мөмкин. Шеш үҫкән һайын һөт биҙендә шештәр барлыҡҡа килә, түш формаһы үҙгәрә, ҡыҙара.

Һөт биҙе яман шешенә юл ҡуймаҫ өсөн түбәндәге иҫкәртеү сараларын күрергә кәрәк:

  1. 20 – 40 йәштәрҙә йылына бер тапҡыр гинеколог кабинетында тикшереүҙәр үтергә кәрәк;
  2. 40 йәшкә тиклем йылына бер тапҡыр һөт биҙенә ультратауыш тикшереүен үткәреү зарур;
  3. 35 йәштә һөт биҙен рентген иҫкәртеү тикшереүе (маммография) старт ала, 40 – 50 йәштә – ике йылға бер тапҡыр, 50 – 75 йыл һайын үткәрелә.

Һөт биҙе сирҙәрен иҫкәртеүҙә түбәндәгеләр мөһим:

  1. Өшөмәҫкә, ҡышын һәм яҙын А, В1, В2, С, Е һәм йод, селен микроэлементтары булған препараттарҙы эсергә;
  2. Репродуктив система, бауыр, ҡалҡан биҙе сирҙәрен дауалау һәм иҫкәртеү;
  3. Стрестарҙы булдырмаҫҡа;
  4. Сынығыу;
  5. Юғары калориялы аҙыҡ-түлек урынына күберәк йәшелсә-емеш ашарға;
  6. Телевизор, компьютер һәм телефонды аҙнаһына 20 сәғәттән күберәк файҙаланмаҫҡа;
  7. Зыянлы ғәҙәттәрегеҙ булһа, уларҙан ҡотолорға.

Сәләмәтлегегеҙҙең иң мөһим бәхет икәнлеге тураһында онотмағыҙ.

Фото: amenu.ru

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас: