Сәләмәт булайыҡ
3 Февраль 2023, 16:36

Оҙон, бәхетле ғүмергә бер аҙым

catherineasquithgallery.comcatherineasquithgallery.com
Фото:catherineasquithgallery.com

Һаулыҡты йәш саҡтан һаҡларға кәрәк.

Сәләмәт тормош алып барыу ниндәйҙер диета тотоу йәки спорт менән даими шөғөлләнеү тигәнде аңлатмай. Ул – тотош организмды һауыҡтырыуға йүнәлтелгән йәшәү рәүеше. Бының өсөн, әлбиттә, зыянлы ғәҙәттәр менән “дуҫ булмау”, көн тәртибен һаҡлау, ял итә белеү, физик йәһәттән әүҙем тормош алып барыу зарур. Һөҙөмтәлә кешенең һаулығы нығына һәм яҡшы иммунитет оҙаҡ йылдар тормош мәшәҡәттәренә ҡыуанып йәшәү мөмкинлеген бүләк итә.

Тикшеренеүҙәр күрһәте­үенсә, һәр йәштә лә кешенең сәләмәтлеге йәшәү рәүешенә бәйле. Тағы тирә-яҡ мөхит, нә­ҫел, һаулыҡ һаҡлау кимәле һәм кешенең үҙенең алып барған йәшәү рәүеше йоғонто яһай.

Сәләмәт тормош алып барыу һөҙөмтәһендә кешенең иммунитеты нығына, тимәк, төрлө вируслы һәм йоғошло сирҙәр менән ауырыу осраҡ­тары кәмей. Тағы ғүмер оҙай­лылығы күҙәтелә, кәйеф күтә­ренке була, хатта олоғай­ған­да ла яратҡан шөғөлөңә ва­ҡыт бүлеү мөмкинлеге арта.

Шулай итеп, сәләмәт тормош алып барыуға түбәндә­геләр ҙур йоғонто яһай:

l спорт менән шөғөлләнеү;

l ваҡытында ял итеү;

l яҡшы туҡланыу;

l иммунитетты нығытыу;

l шәхси гигиена ҡағи­ҙәләрен үтәү;

l зыянлы ғәҙәттәр менән “дуҫ булмау”;

l яҡшы кәйеф.

Туҡланыуға килгәндә, ул төрлө йәки рационда һөт һәм ит ризыҡтары, йәшелсә, еләк-емеш, балыҡ һәм башҡалар булырға тейеш. Фаст-фуд, тәмлекәстәрҙе, аҡ күмәстәрҙе артыҡ ашау иһә организмға зыян килтерә. Сәләмәтлек ныҡ булһын өсөн, һыуҙы ла күберәк эсергә кәрәк.

“Хәрәкәттә – бәрәкәт” тип әйт­кәндәрен йыш ҡына ише­тәбеҙ. Көн һайын иртән 20 минут гимнастика яһау, саф һауала йөрөү, ғаилә ме­нән бергә парк­ка йәки тәбиғәт ҡосағына сығыу ҙа йәшә­йешебеҙгә ыңғай йоғонто яһа­ғанлығы хаҡында онотмайыҡ. Бынан тыш, велосипедта, роликта елдәй елдереү, конь­киҙа, саңғыла шыуыу, һыбай йө­рөү, йүгереү, йәйәү атлау – үҙе сәләмәт тормош сығанағы.

Тағы тәүлегенә ете-һигеҙ сәғәт йоҡлау ҙа мөһим. Бел­гестәр бының өсөн киске 22 сәғәттән иртәнге 6-ға тик­лем ваҡытты яҡшы тип бил­дәләй. Юғиһә йоҡо туй­мау матдәләр алмашы­уының боҙолоуына ғына түгел, башҡа пробле­маларға ла килтереүе ихтимал.

Айһылыу НИЗАМОВА 

Читайте нас