Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
3 Февраль 2023, 21:37

Ваҡытында күренегеҙ, дауаланығыҙ

1dgp18.ru
Фото:1dgp18.ru

Һаулыҡ тураһында хәстәрлек күреү – сирләгәндә генә түгел, һау саҡта ла табипҡа күренеү, тигәнде аңлата. Был иһә төрлө ауырыуҙарҙы ваҡытында “ауыҙлыҡларға” булышлыҡ итә. Юғиһә күптәр, мәҫәлән, йөрәк ныҡлап сәнсә, тын алыуы ауырлаша, һыҙланыу көсәйә башлағас ҡына, медицина хеҙмәткәрҙәренә мөрәжәғәт итә.

Бына ошондай аяныс хәл­дәрҙе булдырмау өсөн иле­беҙҙә диспансерлаштырыу үт­кәрелә. Уның төп маҡсаты – йөрәк-ҡан тамырҙары, яман шеш, шәкәр диабеты, үпкә сир­ҙәрен ваҡытында асыҡлау һәм дауалауҙы иртә башлау. Тап ошо сирҙәр Рәсәйҙә, Башҡорт­останда ғына түгел, хатта тотош донъяла алдынғы урын­дар­ҙың береһен биләй.

Шулай итеп, 18 – 39 йәштә­геләргә диспансер­лашты­рыу­ҙы – өс йылға бер, 40 йәштән уҙғандарға иһә йыл һайын үтергә кәрәк. Бының өсөн ҡайҙалыр эшләү талап ителмәй, бушлай үткә­рел­гән иҫкәртеү медицина ҡарауына һәр кем яҙыла ала.

Диспансерлаштырыу ике этаптан тора. Беренсеһе – медицина тикшеренеүе, икенсеһе – диагнозды аныҡлау өсөн өҫтәмә тикшереү.

Төрлө сирҙәр, шул иҫәптән яман шеш тә алдан асыҡлан­һа, һауығыуға өмөт күберәк арта. Шулай итеп, иртә стадияла тикшерелгән кеше оҙон, бәхетле ғүмергә өмөт итә ала.

Диспансерлаштырыуҙы үтеү өсөн даими йәшәгән урынығыҙҙағы поликлиникала йәки “Дәүләт хеҙмәттәре” аша яҙыла алаһығыҙ. Үҙегеҙ менән паспорт һәм мотлаҡ медицина страховкаһы полисын алырға онотмағыҙ. Иң мөһиме – нин­дәйҙер һыҙланыу йәки башҡа берәй ауырыу билдә­ләре бар икән, ваҡытты әрәм итмәйенсә, табипҡа мөрәжәғәт итегеҙ. Үҙегеҙҙе һәм яҡын­дарығыҙҙы һаҡлағыҙ, сәләмәт булығыҙ!

Айһылыу НИЗАМОВА 

Читайте нас: