Тәү ҡарамаҡҡа ябай ғына күренгән ҡыҙыл сөгөлдөрҙөң шифаһы бик ҙур. Был йәшелсә фолий, бор, марганец, магний, тимер, калий, органик кислоталарға бай. Ундағы С һәм В6 витаминдары күп сирҙәрҙең таралыуына юл ҡуймай.
Сөгөлдөр ашарға яратыусыларҙың ҡанында тимер күләме күтәрелә. Күрем циклы боҙолғанда ла уны туҡланыу рационына индереү кәңәш ителә. Был йәшелсәләге С витамины иһә тән тиреһен шымарта, ҡанды таҙарта. Тағы сөгөлдөр ашҡаҙан-эсәк юлы эшмәкәрлеген, матдәләр алмашыныуын көйләй, эс ҡатыуға юл ҡуймай. Был йәшелсә пектиндар организмда йыйылған токсиндарҙы, ауыр металдарҙы, холестеринды сығарыуға булышлыҡ итә.
Айһылыу НИЗАМОВА