Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
5 Февраль 2023, 13:30

Башҡортостан табибы юғары наградаға лайыҡ

"Кисә Мәскәүҙә “Йәшәйәсәкбеҙ” премияһы лауреаттарын бүләкләү тантанаһы булды. “Улар араһында “Белем бүләк итеүсе” номинацияһында беҙҙең республиканан Елена Курбановская ла бар”, – тип яҙҙы социаль селтәрҙәге сәхифәләрендә Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе Максим Забелин.

Башҡортостан табибы юғары наградаға лайыҡ
Башҡортостан табибы юғары наградаға лайыҡ

"Кисә Мәскәүҙә “Йәшәйәсәкбеҙ” премияһы лауреаттарын наградалау тантанаһы булды. “Улар араһында “Белем бүләк итеүсе” номинацияһында беҙҙең республиканан Елена Курбановская ла бар”, – тип яҙҙы социаль селтәрҙәге сәхифәләрендә Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе Максим Забелин.

Бөтә Рәсәй премияһы Халыҡ-ара яман шешкә ҡаршы көрәшеү көнөнә арналды, уны ошо сиргә ҡаршы көрәшкә үҙ өлөшөн индергән табиптарға бирәләр. Республика клиник онкология диспансерында 20 йыл табип-терапевт булып эшләгәндән һуң Елена Курбановская ҡабаттан һөнәри әҙерлек үтә һәм 2003 йылдан алып табип-психолог вазифаһында эшләй. Үҙ эшмәкәрлегендә Елена Михайловна индивидуаль, төркөмләп, палаталар буйынса әңгәмәләр үткәрә, лекциялар уҡый. Үҙ-ара ярҙам чаттарындағы төркөмдәрҙә ҡатнаша.

“Хеҙмәттәштәре билдәләүенсә, Елена Михайловнаға пациенттарға ҡарата йылы мөнәсәбәт хас, ул ныҡ ҡатмарлы хәлдәрҙә лә дөрөҫ һүҙҙәр таба белә.  Ҡотлайбыҙ, Елена Михайловна! Һеҙ был наградаға лайыҡ!” тип яҙа Максим Забелин.

Фото: “Бәйләнештә” сайтынан.

Автор:Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас: