Әгәр шәмбе йәки йәкшәмбе сирләп китһәгеҙ, дүшәмбене көтөргә кәрәкмәй.
Һаулыҡ һаҡлау министрлығының бәйләнештәр үҙәге шәмбе (8-ҙән 16 сәғәткә тиклем) һәм йәкшәмбе (8-ҙән 14 сәғәткә тиклем) эшләй. Эш көндәрендә иһә 7 сәғәт 30 минуттан 19 сәғәткә тиклем. Яҙылыу өсөн телефон: 122 (өҫтәмә 2). “МТС”, “Билайн” һәм “Мегафон” мобиль телефондарынан шылтыратыу бушлай.
Тағы регистратурала, “Дәүләт хеҙмәттәре”, “Берҙәм медицина порталы”, поликлиникалағы инфоматтар аша яҙылырға була. Бынан тыш, “Табипҡа” тигән бушлай мобиль ҡушымта бар. Унда анализдар һөҙөмтәләрен дә ҡарарға мөмкин.
Фото: БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.