Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
6 Февраль 2023, 17:00

Үҫеш ныҡ ҙур

Һуңғы мәғлүмәттәр борсолоу уята: республикала вирусты йоҡтороу кимәле бер аҙна эсендә 76 процентҡа артҡан

Үҫеш ныҡ ҙур
Үҫеш ныҡ ҙур

Коронавирус сире сигенә биреп ҡуя ла, кире әйләнә лә килә. Әлегә һуңғы мәғлүмәттәр ҙә борсоу уята: республикала вирусты йоҡтороу кимәле бер аҙна эсендә 76 процентҡа артҡан. Был мәғлүмәттәр менән Хөкүмәттең аҙналыҡ кәңәшмәһендә һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин таныштырҙы.

Республиканың йоғошло ауырыуҙар госпиталдәрендә сирлеләр өсөн 340 урын әҙерләнгән, уларҙың 21 проценты әле буш. Һуңғы тәүлектә ауырыуҙы 201 кеше йоҡторған. Дөйөм алғанда, пандемия башланғаны бирле республикала 349 мең кеше коронавирус менән сирләгән.

Бөгөн дауаханаларҙа 165 кеше ята. Уларҙың 114-е – 65 йәштән өлкән пациенттар. Башҡалар өйҙәрендә дауалана. 

Министр хәбәр итеүенсә, Башҡортостанда киҫкен респиратор инфекциялар менән ауырыусыларҙың да артыуы күҙәтелә. Эпидемиологик миҙгел башланғандан алып уны 670 939 кешелә тапҡандар. Унан алдағы аҙна менән сағыштырғанда инфекция йоҡтороусыларҙың өлөшө 7,6 процентҡа артҡан.

Күренеүенсә, сир әле һаман сигенмәй, тимәк, үҙебеҙҙе һаҡлап йөрөйөк.

Фото: volg.mk.ru

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: