Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
6 Февраль 2023, 22:30

ФАП-тарҙа хәлдәр нисек?

Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин нимәләр хаҡында һөйләне?

ФАП-тарҙа хәлдәр нисек?
ФАП-тарҙа хәлдәр нисек?

Бөгөн Башҡортостан Хөкүмәте кәңәшмәһендә республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин фельдшер-акушерлыҡ пункттарында беренсел медицина-санитар ярҙамын күрһәтеү һәм уларҙың эшмәкәрлеген һанлаштырыуҙың үҫеше тураһында һөйләне.

Министр белдереүенсә, республикала беренсел медицина-санитар ярҙамды 2 081 фельдшер-акушерлыҡ пункты тәьмин итә. Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы тарафынан халҡы 100-ҙән ике меңгә тиклем  булған биләмәләр, емерек хәлендәгеләрен алмаштырыу, медицина ярҙамынан файҙалана алыу өсөн тиҙ күтәрелгән модулле конструкцияларҙы һәм табип амбулаторияларын төҙөү, ҡуйыу буйынса эш атҡарыла. 2019 йылдан 2022 йылға тиклем республикала яңы 285 фельдшер-акушерлыҡ пункты төҙөлгән.

2023 – 2025 йылдарҙа тағы 286 фельдшер-акушерлыҡ пунктын заманлаштырыу планлаштырылған. 2023 йылда 75 фельдшер-акушерлыҡ пунктты алмаштырыу ҡаралған.

Фельдшер-акушерлыҡ пункттарҙың кадрҙар менән тәьмин ителеше:

- 1 926 ФАП-та – 100 процент тәьмин ителеш,

- 96 ФАП-та – 50-нән 99 процентҡа тиклем;

 - 29 ФАП-та 50 процентҡа тиклем кадрҙар менән тәьмин ителеш.

30 ФАП-та хеҙмәткәрҙәр юҡ. Уларға беркетелгән халыҡҡа мобиль ФАП-тар йәки яҡындағы ФАП-тар хеҙмәткәрҙәре тарафынан медицина ярҙамы күрһәтелә.

Айрат Рәхмәтуллин, һаулыҡ һаҡлауҙың беренсел звеноһын модернизациялау федераль проектына ярашлы, фельдшер-акушерлыҡ пункттары медицина ҡорамалдары менән йыһазландырыла, тип белдерҙе. Һуңғы ике йылда 5 593 берәмек медицина ҡорамалы һатып алынған. Быйыл тағы 4 233 медицина ҡорамалын һатып алыу планлаштырылған.

Фельдшер-акушерлыҡ пункттарында түбәндәге медицина хеҙмәттәре күрһәтелә:

- госпитализацияға йүнәлтмә, студенттарға, уҡыусыларға белешмә алыу;

-анализдар тапшырыу;

- миҙгелдең йоғошло сирҙәренән вакцинациялау;

- хроник сирҙәр буйынса диспансер күҙәтеүе;

-диспансерлаштырыуҙың беренсе этабын үтеү;

-льготалы дарыуҙарға рецепт алыу.

Былтыр фельдшер-акушерлыҡ пунктында диспансерлаштырыуҙың беренсе этабын үткәреү буйынса пилот проекты тормошҡа ашырылған: барлығы 8 053 кеше үткән. Бынан тыш, “Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк” акцияһына ярашлы, фельдшерҙар һәм участка табиптары ҡатнашлығында күсмә мобиль комплекстар эше ойошторолған. Эш планына ярашлы, көн һайын медицина ярҙамына мохтаж пациенттарҙы асыҡлау өсөн  ихаталар буйлап ҡарау үткәрелә.

847 ФАП интернет селтәренә һәм һаулыҡ һаҡлауҙың мәғлүмәт системаһына тоташтырылған. Әле фельдшерҙарҙы электрон һанлы ҡултамға менән тәьмин итеү тамамланыу өҫтөндә. Йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәре булған пациенттарҙың үлем осраҡтарын кәметеү маҡсатында “Йөрәк-ҡан тамырҙары хәүефе идара итеү үҙәген файҙаланып икенсе фекерҙе алыу өсөн ЭКГ-ны арауыҡта тапшырыу” пилот проекты тормошҡа ашырыла. Унда Нефтекама медицина округы һәм Өфөләге 13-сө ҡала клиник дауаханаһы ҡатнаша. Киҫкен коронар синдромға шик булғандар төбәк йәки беренсел ҡан тамырҙары үҙәгенә ебәрелә.

Фото: www.bashinform.ru

 

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас: