Ҡыштың һалҡын көндәре кешегә кире йоғонто яһай: күптәрҙең кәйефе төшөүсән. Әммә эндокринолог Екатерина Иванникова кәңәш итеүенсә, ҡыш көнө, нигеҙҙә, сағыу төҫтәге йәшелсәне, емеш-еләкте ашарға кәрәк. Помидор, кишер, хөрмә, мандарин, әфлисун һәм башҡалар йылы йәйҙе хәтерләтер. Диетолог хәбәр итеүенсә, ҡыҙыл, һары төҫтәге аҙыҡ-түлек апетитты асаһәм кәйефте күтәрә. Ә йәшел төҫтәгеләре нерв системаһын тынысландыра. Ҡыш көнө организмдың калорияларға мохтажлығын иҫәпкә алып, үҫемлек майҙарына өҫтөнлөк биреү кәңәш ителә. Уларҙы салатҡа ҡушырға мөмкин.
Табип тағы ҡышын көнөнә дүрт-биш тапҡыр, әммә аҙ порция менән ашарға кәңәш итә. Өҫтәүенә, еткәнсе һыу эсергә кәрәк, тик ул йылы булырға тейеш.
Фото: rg.ru